12-14 декабрҙә Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтәсәк. Ошо мөһим ваҡиға алдынан «Башинформ» агентлығы Санкт-Петербург башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Гөлназ Ибраһимова менән әңгәмәләште.
- Гөлназ Хәләф ҡыҙы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттағы съезына Рәсәйҙең 34 төбәгенән 170-тән ашыу делегат һайланған. Илебеҙҙең төнъяҡ баш ҡалаһында бик күп башҡорт йәшәй, шуларҙың вәкиле булып һеҙ ҙә килергә йыйынаһығыҙҙыр?
- Һуңғы халыҡ иҫәбенең мәғлүмәттәре буйынса, Санкт-Петербургта 3 меңдән ашыу башҡорт йәшәгәнен белдек. Ҡоролтай съезына Санкт-Петербург ҡалаһынан өс делегат һайланды: береһе — Ленинград өлкәһенән, ике делегат — Санкт-Петербургтан, шул иҫәптән мин дә Өфөгә килергә, ҡатнашырға йыйынам.
- Петербург башҡорттары ҡоролтайы алдында ниндәй мәсьәләләр көн үҙәгендә тора, 2019 йылда үткән Ҡоролтайҙан һуң ниндәй эштәр башҡарылды?
– 2019 йылда этнография музейында беҙҙең ҙур ҡоролтай үткән ине. Унан һуң күп кенә эштәр башҡарылды. Ул ваҡытта беҙ йәштәр менән эште әүҙемерәк итергә, башҡорт телен өйрәтеүҙе ойошторорға, бейеү, фольклор ансамблдәрен тергеҙеүҙе ниәтләгәйнек. Бөгөн ҙур ғорурлыҡ менән әйтә алам: шул ваҡытта ҡуйған бөтә маҡсаттарға ирештек. Мин етәкләгән башҡорт фольклор ансамбле «Ирәндек» бик әүҙем эш алып бара. Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһендә булған бөтә сараларҙа беренсе булып ҡатнашабыҙ, ҙур сәхнәләрҙә беҙҙе танып торалар. Әлеге ваҡытта яңы йырҙар яҙҙырып, репертуарҙы яңыртып йөрөгән көн.
«Наза» бейеү ансамблендә ике төркөм эшләй, береһе яңы бейей башлағандар өсөн, икенсеһе күптән йөрөгәндәр өсөн. Эшҡыуарҙар менән уларға кейем тектереү, репертуар өҫтөндә эшләргә уйлайбыҙ.
Әйтеп үткәнемсә, 2019 йылда беҙ башҡорт телен өйрәнеүҙе ойошторорға хәл иткәйнек. Был эште лә атҡарып сығарҙыҡ. Милләттәр йортонда йәкшәмбе мәктәбе эшләй, балаларға ғына түгел, оло йәштәге яҡташтарыбыҙға ла дәрестәр үткәрәбеҙ.
Активтағы йәштәр менән студенттар осрашыуы әҙерләнек, унда 120 студент йыйылды. Шулай уҡ декабрь башында беҙ йәштәр менән йыр кисәһе үткәрергә торабыҙ. Аулаҡ өй һымағыраҡ итеп йыр кисәһе итеп ойошторабыҙ, башҡортса йырлаусылар, шиғыр, көләмәс һөйләүселәрҙе саҡырабыҙ.
Шулай уҡ Мәскәү менән берлектә Яҡташтар осрашыуы үткәрергә тигән ниәт ҡуйғанбыҙ. Санкт-Петербург ҡалаһына күптән килеп төпләнеп, ошонда уңыш яулай алған сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар, күренекле артистарҙы йәштәр менән осраштырырға ине. Уларҙың нисек шундай ҙур ҡалала нығынып, аяҡҡа баҫып, башҡорт телен онотмай, башҡорт рухын, мәҙәниәтен күтәреп, сит ерҙә йәшәүҙәре тураһында һөйләшеү ойошторабыҙ.
Шулай уҡ әлеге ваҡытта мин хакимиәт башлыҡтары менән бергә Силәбе өлкәһе яҙыусыһы Ғәлимов Сәләмгә зыяратта таҡтаташ асыу һорауҙары менән йөрөйөм. 1938 йылда ул СССР Фәндәр академияһының Ленинград филиалы аспирантураһына ебәрелә, унда ҡаты ауырып китә лә, Ленинград ҡалаһында вафат була. Беҙ уның ерләнгән урынын таптыҡ, тик унда ҡәберлеге һаҡланмаған. Шуға беҙ экспертизалар, төрлө саралар аша үттек, көн дә тигәндәй архивтарҙа эҙләнеү эшен алып барабыҙ. Ыңғай хәл ителер тип ышанабыҙ.
- Ишетеп белеүемсә, һеҙ МХО-ла яраланған яҡташтарыбыҙға ярҙам күрһәтәһегеҙ, шул турала ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Беҙ шундай борсоулы ваҡытта йәшәйбеҙ, Санкт-Петербургта ғына түгел, бөтә илдә тормош беҙҙе ауырлыҡтары менән һынап тора. Петербургта хәрби госпиталдәр бик күп, шунда беҙҙең яҡташтар күпләп килә. Белеүемсә, әле ете егет Петербургта госпиталдә ята, күбеһе операциянан һуң. Ике егет әле яңы ғына килде, уларҙы операцияға әҙерләйҙәр.
Яҡташтарыбыҙға хәлдән килгәнсә ярҙам итәбеҙ, уларға кәрәк-яраҡтар һатып алабыҙ, теләктәрен үтәргә тырышабыҙ, уларҙы дауалаған табиптар менән осрашабыҙ. Һалдаттарыбыҙ үҙ аяҡтарында йөрөһә, беҙ төрлө концерттарға, сараларға саҡырып, күңелдәрен күрергә тырышабыҙ.
Беҙҙең егеттәр һуғыш ҡырында ғына түгел, госпиталдә лә айырылып торалар. Табиптар әйтеүенсә, башҡорттар ярҙамсыл халыҡ. «Беҙ һеҙгә ҡарап аптырай торғайныҡ, ә хәҙер һеҙҙең егеттәр ҡулым, аяғым юҡ тип тормай, операциянан һуң эргәләрендә ятҡан дуҫтарына, башҡа һалдаттарға ярҙам итергә әҙер торалар», тип һөйләй табиптар. Шуны ишетеп, мин инандым: беҙҙең халыҡ ысынлап та шундай ярҙамсыл, изге, киң күңелле, шуны йәштәребеҙгә, балаларыбыҙға ла еткерһәк ине. Хәҙерге ваҡытта бергә булғанда ғына, дошманды еңеп була. Ата-бабаларыбыҙ ҙа бит милләтенә ҡарамай, бергә һуғышҡандар, беҙгә ошо тыныс тормошто алып биргәндәр. Беҙ шуны онотмай, бергә күмәкләшеп, тыуған еребеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлап ҡалһаҡ ине.
- Ғинуарҙа Баймаҡта булған ваҡиғаларҙан һуң күп кешеләрҙә шундай һорау килеп тыуҙы – Ҡоролтай кешеләрҙе берләштереү, аңлатыу эшен алып барамы? Һеҙҙең фекерегеҙ нисек, бәлки Ҡоролтайҙа ошондай хәлдәр ҡабатланмаһын өсөн яңы йүнәлештәрҙә эш алып барырға кәрәктер?
– Ғинуар айында Баймаҡта булған ваҡиғалар буйынса мин үҙ ваҡытында фекеремде белдерҙем. Әлбиттә, ундай ваҡиғалар булмаһын өсөн әлеге көндә Ҡоролтай эшләй. Һуңғы 6-7 йылдарҙа бик әүҙем эш алып барыла, шулай уҡ йәштәр менән дә. Беҙгә лә, ситтә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, Ҡоролтай ҙур ярҙам күрһәтә, һәр яҡлап эш алып бара, төрлө проекттарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Бәлки, ниндәйҙер етешһеҙлектәр барҙыр, идеаль булып булмай, әммә бының өҫтөндә эш алып барабыҙ. Киләсәктә лә халыҡ берҙәм, бер йүнәлештә булһа, яҡшы булыр ине. Үҙ еребеҙҙе, телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн тырышайыҡ.
- Декабрҙә үтәсәк Ҡоролтайҙан нимәләр көтәһегеҙ?
– Ҡоролтай съезына беҙ бик шатланып әҙерләнәбеҙ. Уй-теләктәребеҙҙе, һорауҙарыбыҙҙы ҡағыҙға яҙғанбыҙ. Иң ҙур тәҡдимебеҙ – үҙебеҙҙең осрашырға мөйөшөбөҙҙө булдырыу. Өйөбөҙ (бүлмәбеҙ) булһа, бик ҙур файҙа булыр ине беҙгә. Осрашып аралашырға, саралар үткәрергә, костюмдарыбыҙҙы һаҡларға урын кәрәк. Шунда үҙебеҙҙең музейҙы ла асып ебәрер инек. Әлеге ауыр ваҡытта яралы һалдаттарҙың туғандары килә бит, улар менән һөйләшергә лә уңайлы урын кәрәк.
Әлбиттә, милләттәр йортонда беҙҙе ҡабул итергә ҡаршы түгелдәр, осрашырға форсат биреп торалар, әммә беҙ унда һәр саҡ әйберҙәребеҙҙе, костюмдарыбыҙҙы тейәп йөрөй алмайбыҙ. Әгәр үҙебеҙҙең өйөбөҙ (бүлмәбеҙ) булһа, өҫтәлебеҙ әҙер торһа, беҙҙең өсөн икеләтә ҙур ярҙам булыр ине. Сөнки ҙур ҡалала иң ҡыйыны – бер остан икенсеһенә йөрөү. Иң борсоған һорауҙарҙың береһе шул.
Алдыбыҙға ҙур маҡсаттар ҡуйылған, яҡшы кешеләр менән аралашып, пландар ҡороп йөрөгән саҡ. Халыҡ бергә, берҙәм булһа, эш тә бәрәкәтле булыр. Ошондай мәртәбәле осрашыуҙа ҡатнашып, үҙебеҙгә тағы ла көс-дарман алып, киләһе йылдарҙа ла матур эш башҡарырға, сит ерҙә бергә булып, үҙебеҙҙең телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе күтәреп йөрөгән апайҙар-ағайҙар, йәштәрҙе, башҡорттарҙы үҫтерергә тигән уй-ниәт менән барабыҙ, шундай маҡсат менән Өфөгә юл тотабыҙ.
- Әңгәмә өсөн рәхмәт, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башинформ»да тарих комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бойомға ашырған проекттар тураһында һөйләгәйне.