

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, 12-14 декабрҙә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы үткәрелә. Форумда республиканан, Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән 500-ҙән ашыу делегаттың ҡатнашыуы көтөлә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтенән.
18 апрелдән 20 июнгә тиклем республикала делегаттар һайлау һәм съезд эшендә ҡатнашыу өсөн рәсми делегациялар ойоштороу буйынса дөйөм йыйылыштар (ҡоролтайҙар) уҙған. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының съезына әҙерлек барышында республика райондарында һәм ҡалаларында 318 делегат һайланған. Рәсәй төбәктәрендә илдең 34 төбәгенән 171 делегат билдәләнгән. Сит ил делегациялары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә эшләгән йәмәғәт ойошмалары әүҙемселәренән тора: съезға 12 илдән 38 ватандашыбыҙҙың килеүе көтөлә.
— Сара барышында «Торатау» конгресс-холында форумдар, түңәрәк өҫтәлдәр, секция һәм пленар ултырыштар үткәреү ҡаралған, – тип белдерҙеләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының матбуғат хеҙмәтендә. – Маҡсат – милләт-ара тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен һаҡлау һәм үҫтереү, төбәктән ситтә йәшәгән ватандаштарыбыҙға булышлыҡ итеү.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) йәмәғәт ойошмаһы 1995 йылда съезд ҡарары буйынса ойошторолған. Биш йылға бер тапҡыр саҡырылған съезд (ҡоролтай) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының юғары органы булып тора. 1995-2019 йылдарҙа биш съезд уҙғарылған.
Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) республика райондарында һәм ҡалаларында 70 бүлексәне берләштерә; Рәсәйҙең 36 субъектында башҡорт йәмәғәт ойошмалары эшләй (ҡайһы бер төбәктәрҙә уларҙың һаны төрлөсә). Шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәгән һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән хеҙмәттәшлек иткән ватандаштарыбыҙ ҙа байтаҡ. Уларҙың барыһы ла башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен һәм традицияларын һаҡлау, донъя киңлегендә республикабыҙҙың имиджын нығытыу буйынса әүҙем эшләй.
Район һәм төбәк ҡоролтайҙарының эшен системалаштырыу маҡсатында 2020 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында тематик йылдар иғлан ителә. 2019 йылдан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы менән йәнә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы ойошторола башланы.
«Башинформ»да донъя күргән мәҡәләлә ҡоролтайҙың тарих комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин һуңғы ваҡытта тормошҡа ашырылған тарихи проекттар хаҡында һөйләне.
https://www.bashinform.ru/news/social/2024-11-20/v-ufe-proydet-vi-vsemirnyy-kurultay-bashkir-4016774
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.