13 декабрҙә Өфөлә Бөтә донъя башҡорттарының сираттағы ҡоролтайы үтәсәк. Ошо ваҡиға алдынан «Башинформ» Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, ҡоролтайҙың тарих комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллинға мөрәжәғәт итте.
— Азат Шәкирйән улы, һеҙ ҡоролтайҙың тарих комиссияһы рәйесе. 2019 йылда үткән Ҡоролтайҙан һуң ошо йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарылды?
- 2019 йылдың июнь айында үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҙур маҡсаттар ҡуйҙы һәм ең һыҙғанып эшкә тотондо. Ҡоролтайҙың тарих комиссияһы 2019 йылда, әлбиттә, төп иғтибарҙы Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығы айҡанлы республикаға нигеҙ һалыусы шәхестәрҙең исемдәрен мәңгеләштереү эшенә йүнәлтте. Ҡоролтайҙың инициативаһы менән Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең тәүге резиденцияһы бинаһында (хәҙерге Милли музей) күренекле дәүләт эшмәкәрҙәре Муллайән Халиҡов менән Хафиз Ҡушаевҡа таҡтаташтар асылды. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы элекке Башҡортостан хөкүмәте бинаһында легендар комбриг, дәүләт эшмәкәре Муса Мортазинға бағышлап таҡтаташ ҡуйылды.
- Республика Башлығы Радий Хәбиров онотолған шәхестәрҙең исемдәрен халыҡҡа ҡайтарыу эшенә ҙур әһәмиәт бирә, был эште лә тарихсылар әүҙем алып баралыр?
- Эйе, онотолған шәхестәрҙең исемдәрен халыҡҡа ҡайтарыу эше менән әүҙем шөғөлләндек. Мәҫәлән, Яңауыл районы Яңы Уртауыл ауылынан, республикаға нигеҙ һалған башҡорт эшмәкәрҙәренең береһе булған Уран ырыуы башҡорто Хәлим Әмировҡа тыуған ауылында таҡтаташ һәм бюст асылды. Уның исеме Яңы Уртауыл мәктәбенә бирелде.
Шул уҡ йылды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тырышлығы менән исеме онотолған башҡорттоң ҡаһарман яугирҙарының береһе, Туймазы районы Япрыҡ ауылынан, Йылан ырыуы башҡорто, полковник Ғәни Ғәлимовтың иҫтәлегенә тыуған ауылында таҡтаташ асылды. Ғәни Ғәлимов 1938 йылда Хәсән күле янында япон илбаҫарҙары менән һуғышҡанда иҫ китмәле батырлыҡ күрһәтә. Уның ҡаһарманлығы бөтә Ҡыҙыл Армияға тарала. Композитор А. Новиков уға бағышлап «Лейтенант Галимов» исемле марш яҙа. Ҡоролтай ағзаһы, Ростов ҡалаһында йәшәүсе милләттәшебеҙ, подполковник Мәхмүт Сәлимов «Легендарный сын башкирского народа — гвардии полковник Гани Галимов» исемле китап яҙҙы. Шулай итеп, ҡоролтай тырышлығы менән исеме онотолған башҡорт батыры яңынан халыҡҡа ҡайтты.
- «Шайморатов вариҫтары» тарихи проекты ҙур резонанс яуланы, шул хаҡта ентекләберәк һөйләп үтһәгеҙ ине.
- 2019 йылда тарих комиссияһы «Шайморатов вариҫтары» исемле ҙур халыҡ проектын башланы. Уның маҡсаты легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙарының исемдәрен мәңгеләштереү, улар хаҡында биографик белешмә сығарыу ине. Был проектты беҙ 2019 йылдың август айында конгресс-холл янындағы майҙанда «Шайморатов генерал» йырын башҡарыу буйынса күләмле флешмоб менән башлап ебәрҙек. Унда 3 меңгә яҡын кеше ҡатнашты һәм улар йондоҙ рәүешендә сафҡа теҙелеп, «Шайморатов генерал» йырын башҡарҙы. Был сара легендар генералдың 120 йыллыҡ юбилейына бағышланды.
Яугирҙар тураһында мәғлүмәт туплау өсөн телевидение, социаль селтәрҙәр аша халыҡҡа мөрәжәғәт иттек. Халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Беҙгә 300-ҙән ашыу хатты ебәрҙеләр. Унда фотоһүрәттәр, документтар бар ине. Төп мәғлүмәтте Подольк ҡалаһындағы Рәсәй оборона министрлығының архивында тупланыҡ. 2020 йылдың мартында бер аҙна ошо архивта эшләнек. Унда беҙҙең яугирҙар тураһында 500 биттән ашыу архив документтары күсермәләрен алып ҡайттыҡ. Ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә 2020 йылдың декабрендә биографик белешмәнең электрон версияһын күрһәттек. Ҡоролтай туплаған мәғлүмәтте Башҡорт энциклопедияһы хеҙмәткәрҙәре энциклопедик формаға килтерҙе.
2021 йылдың февралендә инде белешмәнең баҫма варианты донъя күрҙе. Ул «Шайморатовцы — воины легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии» исеме менән баҫылып сыҡты. Белешмә өсөн мәғлүмәт ебәргән һәр кешегә был китап бүләк ителде. Белешмәнең презентацияһы Өфөлә, Сибайҙа, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Ҡырмыҫҡалыла уҙҙы. Был белешмәгә йәмғеһе 2700 яугир тураһында мәғлүмәт тупланды. Әлбиттә, был тулы мәғлүмәт түгел. Китап республикала ҙур резонанс тыуҙырҙы. Күп кенә шайморатовсылар вариҫтарынан мөрәжәғәттәр, мәғлүмәттәр килде һәм яңы тупланған материал нигеҙендә 2022 йылда белешмәнең икенсе тулыландырылған варианты донъя күрҙе. Унда инде 3100 яугир тураһында мәғлүмәт баҫылды. Китаптың тиражы Зәки Вәлиди китапханаһы аша район, ҡала китапханаларына таратылды. Бөгөнгө көндә Милли китапхана тарафынан мәғлүмәт туплау эше дауам итә.
- 2021 йылды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Тарих йылы тип иғлан иткәйне. Тағы ниндәй сараларҙы айырым атап үтер инегеҙ?
- Тарих йылында комиссия тағы бер ҙур проект башланы, ул да булһа, башҡорт ырыуҙары хәрәкәте. Был хәрәкәт 90-сы йылдар башында ҡуҙғалып, 2000 йылдарҙа һүнеп ҡалғайны. Проекттың төп маҡсаты төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли үҙаңын нығытыу йәһәтенән башҡарылды. 2021 йылда Башҡортостандың төнъяҡ-көнбайышын төйәк иткән башҡорт ырыуҙары вариҫтары үҙҙәренең ырыу йыйындарын уҙғарҙылар. Шул уҡ йылдың октябрендә Туймазы ҡалаһында дөйөм Башҡорт ырыуҙары йыйыны уҙҙы. Унда башҡорт ырыу башлыҡтары ҡоро булдырылды. Бөгөнгө көндә ырыуҙар хәрәкәте киң ҡолас йәйҙе, йыл һайын республиканың төрлө төбәктәрендә йыйындар үтеп тора.
Табын, Мең, Түңгәүер ырыуы ҡорҙары әүҙем эш алып бара. Табындар нисә йыл инде Табын-фест сараһын уҙғара. Меңдәр Ҡәнзәфәр бейгә һәйкәл, Дистан бейҙең ҡәберенә таш ҡуйҙылар, Ҡәнзәфәр бей миҙалы сығарҙылар. Түңгәүерҙәр башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡурайсыһы Йомабай Иҫәнбаевҡа һәйкәл астылар, китап сығарҙылар.
Быларҙан тыш, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙған биш йыл эсендә бихисап саралар ойошторҙо, күп шәхестәрҙең исемдәре мәңгеләштерелде. Уларҙы һанай китһәң, бер китапҡа торошло.
- Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының төп маҡсаты - халҡыбыҙҙы берләштереү. Бөгөн ниндәй мәсьәләләр көн үҙәгендә тора, буласаҡ Ҡоролтайҙан нимәләр көтәһегеҙ, ҡабул ителәсәк резолюцияға ниндәй тәҡдимдәр бар?
- Улар күп: патриотик тәрбиә һәм башҡорт яугирҙары исемен мәңгеләштереү, башҡорт тарихы буйынса документтар туплау, баҫып сығарыу, Башҡорт хәрби-тарихи музейын булдырыу, тарихи Башҡортостандағы (күрше төбәктәрҙәге) башҡорт топонимияһын өйрәнеү, башҡорт топонимияһы реестрын булдырыу, арҙаҡлы шәхестәребеҙ һәм тарихи Башҡортостанда йәшәүсе милләттәштәребеҙ тураһында энциклопедия һәм хеҙмәттәр сығарыу, Өфөлә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарына һәйкәл асыу һәм башҡа күп кенә тәҡдимдәр. Алтынсы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында һайланасаҡ яңы башҡарма комитет та әүҙем эште дауам итер тип ышанам.