Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
28 Март 2023, 13:47

Ағиҙел ҡалаһы экс-мэрының яңы эш урыны билдәле булды

Фәнис Ғилуановтың социаль селтәрҙәре
Фото:Фәнис Ғилуановтың социаль селтәрҙәре

Ағиҙелдең элекке мэры Фәнис Ғилуанов үҙенең яңы эш урыны хаҡында хәбәр итте. Ул «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының башҡарма директоры вазифаһына тәғәйенләнгән. Совет идараһы уның кандидатураһын хуплаған. Фәнис Яфас улы 27 марттан үҙ вазифаһына тотонған.

«Кисәге көндән — яңы эш. Минең өсөн ҡыҙыҡлы, яҡын һәм аңлайышлы. Барлыҡ муниципалитеттар өсөн бик кәрәкле. Хеҙмәттәшлек итеүгә һәр саҡ шатмын!» — тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, ете йыл Ағиҙел ҡалаһы хакимиәтенә етәкселек иткәндән һуң Фәнис Ғилуанов 21 мартта вазифаһын ҡалдырҙы. Мэр вазифаһын башҡарыусы итеп 33 йәшлек Денис Ирназаров тәғәйенләнде.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-03-28/stalo-izvestno-gde-teper-rabotaet-eks-mer-bashkirskoy-agideli-3194743

Автор:Ләйсән Закирова
Читайте нас: