Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы вазифаһын 33 йәшлек Денис Ирназаров башҡара. Был мәғлүмәтте «Башинформ» журналисына ҡала мэрияһының матбуғат хеҙмәтендә раҫланылар.
Билдәле булыуынса, Денис Ирназаров сығышы менән Сибайҙан. Башҡорт дәүләт университетын, Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған.
Карьераһын «Кимм» компанияһында иҡтисадсы ярҙамсыһы булып башлаған, армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң 2013 йылдан Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм иннвациялар министрлығында баш белгес-эксперт булып эшләгән. 2019 йылдан Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын биләгән, эшҡыуарлыҡ, иҡтисад һәм инвестициялар мәсьәләләре менән шөғөлләнгән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 20 мартта Фәнис Ғилванов социаль селтәрҙә Ағиҙел мэры вазифаһын ҡалдырыуы тураһында хәбәр иткәйне.