Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.32
+0.21
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Март 2023, 13:36

Ағиҙел ҡалаһы мэры вазифаһын ҡалдыра

Фәнис Ғилуанов, vk.com
Фото:Фәнис Ғилуанов, vk.com

Ағиҙел ҡалаһы хакимиәте башлығы Фәнис Ғилванов отставкаға китте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына мэрҙың үҙенән билдәле булды. Иртәгә, 21 мартта, вазифамды ҡалдырам, тип белдерҙе ул.

Фәнис Яфас улы ҡала хакимиәтенә 2016 йылдан етәкселек итте. Ә 2020 йылдың октябрендә ҡайтанан мэр итеп һайланды. Ошо вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләне.

Ул 1965 йылдың 18 ғинуарында Башҡортостандың Краснокама районында тыуған. 1992 йылда Өфө авиация институтын тамамлап, Нефтекамала Ҡарман ДРЭС-ына слесарь булып эшкә урынлашҡан. 1994-1999 йылдарҙа ҡаҙанлыҡ һәм турбина ҡорамалдарын ремонтлау буйынса мастер. Быуат һуңында эшмәкәрлек төрөн алмаштырып, «Искож» трикотаж фабрикаһының баш инженеры булып эшләгән, һуңынан «УЗЭМИК»ты етәкләгән, аҙаҡ предприятие Өфөгә күскән. Ә Фәнис Яфас улы Ағиҙел хакимиәтенә эшкә урынлашҡан.

«Ошо йылдар эсендә мин һеҙҙе иң яҡын туғандарым кеүек яратып өлгөрҙөм. Һеҙҙең менән бергә күп ниәттәрҙе тормошҡа ашыра алдыҡ. Ҡала күркәмләнде. Ҡыҙыҡлы киңлектәр барлыҡҡа килде. Тормошоғоҙҙо тағы ла тулыраҡ, сифатлыраҡ, ҡыҙыҡлыраҡ иткән изге берләшмәләр ойошторҙоҡ. Беҙҙә спорт, мәҙәниәт, төп, мәктәпкәсә һәм өҫтәмә белем биреү яҡшы эшләй. Мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү эштәре башланды. Ләкин мин эш урындары булдыра алманым. Бәлки, быны яңы хакимиәт башлығы эшләй алыр»,  — тип йомғаҡ яһаны мэр.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-03-20/mer-goroda-agidel-v-bashkirii-pokidaet-svoy-post-3183759

Читайте нас: