Башҡортостан паралимпиясыһы Андрей Николаев спортсыларыбыҙ иҫәбенә йәнә бер миҙал килтерҙе. Йөҙөүсе Парижда XVII йәйге Паралимпия уйындарында бронза призер булды. Яҡташыбыҙ 400 метр дистанцияға ирекле стиль менән йөҙөүҙә 4:24.00 һөҙөмтәһе менән финишҡа өсөнсө булып килде. Андрейҙың тренеры — Фәнил Кирәев, тип хәбәр итте спорт министры Руслан Хәбибов үҙенең телеграм-каналында.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан йөҙөүсеһе Богдан Мозговойҙың йәйге уйындарҙа бронза миҙал алыуы хаҡында яҙғайны.