Башҡортостан йөҙөүсеһе Богдан Мозговой Парижда XVII йәйге Паралимпия уйындарының бронза призеры булды. Республиканың Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, яҡташыбыҙ ир-егеттәр араһында арҡаға ятып 100 метрға йөҙөүҙә беренселекте бирмәне (1:01.93).
Шулай итеп, Токиола уҙған Паралимпия уйындары чемпионы иҫәбендә тағы ла бер спорт ҡаҙанышы. Богдан Мозговой тренер Сергей Трухачёвта шөғөлләнә.
Кисә Башҡортостан спортсыһы Елена Прокофьева өҫтәл теннисы буйынса ярышта ярымфиналға сыҡты.Ул ҡытай ҡыҙын 3:0 иҫәбе менән еңде.
Бынан алдараҡ Башҡортостандан еңел атлет Антон Кулятин Парижда барған Паралимпия уйындарында бронза миҙал алды. Ул 1500 саҡрымға йүгереүҙә өсөнсө булып килде (3:44.94). Анна Кулинич-Сорокина ла һөңгө ырғытыуҙа «бронза» яуланы.
Францияның баш ҡалаһында донъя кимәлендәге спорт ярыштары 28 августан 8 сентябргә тиклем бара.