09:20 (UTC+5), 19 Декабря 2018

Мотокросс буйынса Башҡортостан чемпионы автомобиль аварияһында һәләк булды

Татьяна Ломовская
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 19 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Николай Ермоленко/. Стәрлетамаҡтан Александр Кононов өсөн Каменск-Уральскийға боҙ спидвейы буйынса Рәсәй чемпионаты ярымфиналына сәфәр фажиғәле тамамланды. Ул — ошо ярыштарҙың еңеүсеһе Игорь Кононовтың атаһы. 16 декабрҙә өйөнә ҡайтып килгәндә Златоуст эргәһендәге М5 трассаһында ғүмере өҙөлдө. Ошо уҡ аварияла Игорь Кононов аяғын һындырҙы
Александр Кононов ҡасандыр республиканың көслө уҙышсыларының береһе ине, бер нисә тапҡыр мотокросс буйынса Башҡортостан чемпионаттарында еңеү яуланы һәм призер булды. Спорт карьераһын тамамлағас, бөтә көсөн улын тәрбиәләүгә бирҙе. Улы Игорь Стәрлетамаҡтың «Каустик» мотоклубында яңы уйынсынан алып боҙҙа мотоуҙыш буйынса донъя вице-чемпионына тиклем юл үтте.
Билдәле булыуынса, 2015 йылдан Игорь Кононов Тольяттиҙың «Мега-Лада» клубы өсөн сығыш яһай, ошо ваҡыт эсендә команда ярыштарында донъя чемпионы, Европа чемпионы булды һәм шәхси донъя чемпионатында көмөш миҙал алды. Хәйер, уҙған миҙгелдә ул спидвей буйынса бөтә Рәсәй ярыштарында «Октябрьский» өсөн сығыш яһаны. Бөтә ярыштарҙа ла Александр Кононов улы янында булды һәм уға һәр яҡлап ярҙам итте. Улының барлыҡ ҡаҙаныштарында, һис шикһеҙ, атаһының өлөшө ҙур.
Шуға күрә Александр Кононовтың үлеме — Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй мотоспорты өсөн ҙур юғалтыу. Туғандарының һәм айырыуса улының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Игорь Кононовҡа түҙемлек һәм тиҙерәк атаһы шөғөлләнгән спортҡа ҡайтыуын теләйбеҙ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика