Башҡортостан юлдарында хәрәкәтте сикләү ғәмәлдән сығарылды, тип хәбәр иттеләр республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Юлдарҙа хәрәкәт штат режимында башҡарыла, тип белдерҙеләр ведомствола.
Кисә республикала һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле автомобиль юлдарының 9 участкаһында: федераль әһәмиәттәге ике участкала (253 саҡрым), төбәк әһәмиәтендәге бер участкала (137 саҡрым), 11 муниципаль районда алты муниципаль-ара әһәмиәттәге участкала (235 саҡрым) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, йөк транспорты өсөн хәрәкәт сикләнде.