Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.25
-0.72
89.14
-0.87
62.51
+0.52
17+ °C
Облачно
Йәмғиәт
16 Декабря 2024, 12:19

Башҡортостанда һауа торошоноң үҙгәреүенә бәйле трассаларҙа хәрәкәт сикләнде

Ксения КалининаКсения Калинина
Фото:Ксения Калинина

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына — ҡар яуыуға, буран сығыуға, боҙлауыҡ булыуға бәйле йөк машиналары һәм пассажир транспорты өсөн хәрәкәт ябылды. Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, түбәндәге юл участкаларында сикләү индерелде:

  • Бәләбәй – Приют һәм Бәләбәй – Ермолкин (Бәләбәй районы);
  • Аксенов – Аксаков – Бәләбәй (Бәләбәй һәм Әлшәй райондары);
  • Стәрлетамаҡ – Федоровка һәм Мәләүез – Федоровка (Федоровка районы).

Сикләү 17 декабргә иртәнге 10-ға тиклем ғәмәлдә ҡала.

Бынан алдараҡ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө ҡар яуыуы һәм боҙлауыҡ тураһында иҫкәрткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-16/iz-za-nepogody-v-bashkirii-pochti-na-sutki-vveli-ogranichenie-dvizheniya-na-trassah-4054402

Автор:Дарья Субботина
Читайте нас