

Радий Хәбиров үҙенең телеграм-каналында йәш таланттар – Башҡортостандың киләсәге менән видеояҙма һалған. Беренсе класс уҡыусылары Эльман Хәлиуллин һәм Марсель Шәрипов планетаны сүп-сарҙан таҙартырға ярҙам иткән робот йыйған. Улар үҙҙәренең проектын Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумында ойошторолған күргәҙмәлә күрһәтте. Республика етәксеһе йәш генийҙар менән аралашты, уларҙан кем булырға хыялланыуҙары тураһында һорашты һәм икеһенең дә ҡулын ҡыҫып хушлашты.
Йәш программист Кәрим Туҡтаров та Радий Хәбировҡа үҙенең эшләнмәһе хаҡында һөйләне. Малай GPS-модулле газоанализатор яһау проекты өҫтөндә эшләй.
«Ошондай йәш таланттар менән Башҡортостандың киләсәге ышаныслы ҡулдарҙа», – тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.