Шаршамбы, 15 Апрель 2026
|
Өфө
+10 °С
07:14 (UTC+5), 12 Ноябрь 2024

Өфөлә Рәсәй сәнәғәт форумы асылды

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

12 ноябрҙә Өфөнөң «Экспо» күргәҙмәләр комплексында Рәсәй сәнәғәт форумын, шулай уҡ «Машиналар эшләү», «Металл эшкәртеү» һәм «Өфөнөң инновация ҡеүәте» күргәҙмәләрен асыу тантанаһы булды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тантанала бөгөн бында машиналар эшләү тармағының алдынғы профессионалдары, эксперттар, илебеҙ сәнәғәтселәре йыйылыуын билдәләне. Рәсәйҙең 20 төбәгенән 100-ҙән ашыу компания, Белоруссиянан һәм Ҡытайҙан партнерҙарыбыҙ үҙҙәренең эшләнмәләрен һәм технологияларын тәҡдим итте.

Радий Хәбиров дүртенсе йыл рәттән республиканың сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге буйынса өс лидер иҫәбенә инеүен иҫкә төшөрҙө. Инвестициялар йәлеп итеү рейтингында беҙ илдә өсөнсө урынды биләйбеҙ.

Бөгөн сәнәғәт беҙҙең тулайым төбәк продуктының 40% тиерлек тәшкил итә. Уҙған йылда етештереү 8% артҡан. Быйыл туғыҙ айҙа – тағы ла 4,7%.

Беҙҙең машиналар эшләү өлкәһендә «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе», Күмертау авиация етештереү предприятиеһы, «Гидравлика», «КАМАЗ» компаниялар төркөмө предприятиелары лидер булып тора. Шулай уҡ башҡа предприятиеларҙың да күрһәткестәре юғары.

Хәҙер бөтә көс производстволарҙы үҙгәртеүгә, уларҙы роботлаштырыуға һәм цифрлаштырыуға, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, заманса кадрҙар әҙерләүгә йүнәлтелгән, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Дәүләт предприятиеларға ярҙам күрһәтә, льготалы займдар, гранттар һәм субсидиялар бирә. Беҙ «Алға» махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү, яңы индустриаль парктар һәм технопарктар булдырыу йәһәтенән эш алып барабыҙ. Тармаҡ-ара һәм төбәк-ара кооперацияны үҫтерәбеҙ», – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың машиналар эшләү тармағы вәкилдәренә Башҡортостандың дәүләт наградаларын һәм Өфө машиналар эшләү колледжының ике студентына ҡиммәтле бүләктәр тапшырҙы.

Тимур Йәрмөхәмәтов – 3-сө курс студенты, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәте стипендиаты, республика ярыштарында һәм төбәк конференцияларында ҡатнашыусы.

Софья Чувашова – 2-се курс студенты, «Профессионалитет» амбассадоры, уҡыу алдынғыһы, «Йыл студенты – 2024» Рәсәй милли премияһының төбәк этабы еңеүсеһе.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2024-11-12/v-ufe-otkrylsya-rossiyskiy-promyshlennyy-forum-4004332

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Электрон почта
inf@bashinform.ru
Адресы
450077, Уфа, Кирова, 45
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Ҡабул итеү бүлмәһе
(347) 250-05-07
Хеҙмәттәшлек
(347) 250-06-14
Кадрҙар бүлеге
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика