12:34 (UTC+5), 07 Февраля 2018

БДПУ ғалимдарының яңы асышы агрокомплексты, генетиканы һәм медицинаны үҫтереүҙә этәргес булыуы мөмкин

вуздың матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ғалимдары археологик асыш яһаған, ул агросәнәғәт комплексын, генетиканы һәм медицинаны үҫтереүҙә яңы этәргес булыуы ихтимал.
«Казбуруновский археологик биҫтәһенең боронғо халҡын палеоантропологик һәм палеогенетик тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә мөһим асыш яһалды, ул — Волга буйы зонаһы өсөн тәүгеһе, — тип билдәләне БДПУ-ның гуманитар тикшереү алымдары һәм методология лабораторияһының ғилми хеҙмәткәре Николай Щербаков. — Боронғо ҡәбиләләрҙе өйрәнеү буйынса эштәр 15 йылдан ашыу дауам итте».
Ғалим әйтеүенсә, ошо асыштарҙың үҙенсәлеге — беҙҙең эраға тиклемге 16-19 быуаттарҙың ерләү һәм ҡәбилә комплекстарын өйрәнеүҙә. Ҡаҙыу эштәре үҙәк Башҡортостан биләмәһендә алып барылды. Генетика һәм палеогенетиканы үҙ эсенә алған сенсациялы һығымталар ырыу бәйләнештәрен, боронғо сирҙәрҙе, климаттың һәм ландшафттың үҙгәреүен билдәләүҙе күрһәтте.
«Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә беҙ системалы ауырыуҙар кешеләр йәшәгән урын менән билдәләнә, тигән һығымтаға килдек. Шунан сығып, алдағы 50 йылда ошо төбәктә ниндәй сирҙәр барлыҡҡа килеүен фаразларға мөмкин. Палеоантропологик тикшеренеүҙәр барышында боронғо кешеләрҙең остеохондроз һәм коксартроз кеүек терәк-хәрәкәт аппараты сирҙәре асыҡланды. Был тәү сиратта йәшәү шарттарына бәйле. Әлеге төбәктә бөгөн дә ошондай сирҙәр осрай. Был мәғлүмәттәр кальций тоҙҙарының, мәҫәлән, ныҡ тоҙло һыу сығанаҡтарынан, кеше организмына үтеп инеүен сикләү юлы менән ауырыуҙар проблемаһын хәл итергә мөмкинлек биреүе ихтимал», — тине Николай Щербаков.
Археологик тикшеренеүҙәр барышында боронғо кешеләр ашаған хайуандарҙың һөйәге киң таралған материалдарҙың береһе булып тора.
«Был тикшеренеүҙәр климаттың һәм боронғо ландшафттарҙың үҙгәреүен фаразларға ярҙам итергә тейеш. Элек ошо төбәктә үҫкән үҫемлектәр асыҡланды, шуның арҡаһында хәҙерге үҫемлектәр өсөн ниндәй тупраҡ уңышлы икәне тураһында һығымта яһарға була», — тип уртаҡлашты Николай Щербаков.
Тикшереүҙәр барышында алынған һөҙөмтәләр археологик биҫтә биләмәһендә климаттың йылыныу һәм һыуыныу режимын билдәләргә мөмкинлек бирҙе. Был агрокультураларҙы үҫтереүҙе һәм биҫтәнең сәсеү әйләнешен фаразлауҙа ярҙам итеүе ихтимал.
БДПУ ғалимдары үткәргән тикшереүҙәр инглиздәрҙә, американдарҙа һәм шведтарҙа ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Сит илдәрҙә археологик эштәргә күп аҡса бүлеүҙәре билдәле.
http://www.bashinform.ru/news/1113965-novoe-otkrytie-uchenykh-bashkirskogo-pedagogicheskogo-universiteta-mozhet-dat-novyy-tolchok-v-razvit/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика