Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+12 °С
09:41 (UTC+5), 05 Октября 2023

Олег Голов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышынан Федерация Советы ағзаһы вәкәләттәренә эйә булды

Фото: Олег Яровиков
Азат Ғиззәтуллин

Благовещен районы хакимиәтенең элекке башлығы Олег Голов Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙан яңы сенатор итеп билдәләнде. Бынан алдараҡ «Башинформ» «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһынан уның кандидатураһын күрһәтеүҙәрен хәбәр иткәйне.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары бөгөн етенсе саҡырылыштың беренсе пленар ултырышында Олег Головтың кандидатураһын хупланы һәм уға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышынан Федерация Советы ағзаһы вәкәләттәрен тапшырҙы. Федерация Советында ул 2018 йылдан эшләгән Ирек Ялаловты алмаштыра.

Олег Голов 1972 йылда Стәрлетамаҡта тыуған. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған, педагогия фәндәре кандидаты. 2016-2019 йылдарҙа — Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы етәксеһе. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе ярҙамсыһы, һуңынан Благовещен районы хакимиәте башлығының төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары булып эшләй. 2019 йылдың сентябренән район хакимиәтенә етәкселек итте.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2023-10-05/oleg-golov-nadelen-polnomochiyami-chlena-soveta-federatsii-ot-gossobraniya-bashkirii-3466506

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика