

«Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһының сираттағы йыйылышында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышында даими комитеттар рәйестәре һәм рәйес урынбаҫарҙары вазифаларына, шулай уҡ Рәсәй федерацияһы сенаторы вазифаһына кандидаттар билдәләнде.
Сенатҡа партия ағзалары Благовещен районы башлығы Олег Головтың кандидатураһын тәҡдим итте, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
Иҡтисад фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге үҙәк аппаратының төбәк иҡтисадының заманса проблемалары лабораторияһы мөдире Илдар Зөлҡәрнәй һүҙҙәренсә, Олег Евгеньевич Голов тарата алырҙай ҙур тәжрибәгә эйә.
Бынан тыш, йыйылышта йәшерен тауыш биреү юлы менән етенсе саҡырылыш төбәк парламенты рәйесе урынбаҫарҙары вазифаһына кандидаттар итеп Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы депутаты Тамара Танһыҡҡужина һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы фракцияһы етәксеһе Салауат Хөсәйенов билдәләнде.
Фракция ағзалары партиянан да комитет рәйестәре вазифаһына кандидаттар билдәләне: Фәрит Ғүмәров – йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет, Рөстәм Ишмөхәмәтов – граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитет, Рузалиә Хисмәтуллина – бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса комитет, Алексей Шмелев – сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитет, Александр Андреев – торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше буйынса комитет, Илшат Вәзиғәтов – аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет, Айбулат Хажин – фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитет, Салауат Харасов – һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет.
Фракция йыйылышы эшендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе секретарының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты етәксеһе Руслан Насретдинов ҡатнашты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан парламентының яңы саҡырылышының беренсе ултырышы 2023 йылдың 5 октябрендә була. Был хаҡта 11 сентябрҙә хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәбәр итте.

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.