Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+17 °С
09:05 (UTC+5), 03 Августа 2016

Башҡортостанда асыҡ һауала умарталыҡ музейы һәм бал эшкәртеү комбинаты барлыҡҡа килә

Ксения Калинина
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2016 йыл, 3 август. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 2021 йылға тиклем Башҡортостанда асыҡ һауала умарталыҡ музейы, бал эшкәртеү комбинаты, шулай уҡ башҡорт тоҡомло бал ҡорттарын үрсетеү буйынса өлгөлө умарталыҡ барлыҡҡа килә. Республика Хөкүмәте Башҡортостанды 2017 йылда Истанбулда «Апимондия» халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһының 45-се конгресында ҡатнашыуға әҙерләү буйынса саралар планын раҫланы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Бойороҡҡа ярашлы, 2021 йылда Өфөлә халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһының 47-се конгресын ҡабул итеү буйынса күләмле эш башҡарыу бурысы тора. Төбәк инфраструктураһына ҙур иғтибар бүленәсәк. «Шүлгәнташ» дәүләт ҡурсаулығында 47-се Конгресс ҡунаҡтарын ҡаршы алыу өсөн тейешле шарттар булдырыласаҡ: юлдар яҡшыртыласаҡ, делегаттар сифатлы элемтә менән тәьмин ителәсәк.
Ойоштороу комитетын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкләне.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика