Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.73
0
93.56
0
61.12
-0.16
-3 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь , 17:58

Әбйәлил районының Михайловка ауылы мәктәбендә яңы спорт залы төҙөләсәк

Елена Ғилманова Әбйәлил районының Михайловка ауылы мәктәбе
Фото: Елена Ғилманова / Әбйәлил районының Михайловка ауылы мәктәбе

Әбйәлил районының Михайловка ауылы мәктәбендә спорт залы 2021 йылда авариялы тип табыла. Уҡыу йорто етәкселеге ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итеп ҡарамай, әммә мәсьәлә хәл ителмәй. Быйыл уҡытыусылар ата-әсәләр менән йыйылып Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәт иткәс, боҙ урынынан ҡуҙғала. 

Радий Хәбиров республика мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙинға тура бәйләнеш барышында уҡ мәсьәләне хәл итергә ҡушты.

«Проблеманы хәл итеү юлдарын ҡарағыҙ. Бәлки, эргәһендә айырым бина төҙөргә кәрәктер, барыбер шул уҡ аҡсаға төшәсәк. Әгәр ремонт ҡына кәрәк икән, аҡса табырға тырышырбыҙ, районда яңы инвестор — «Салауат» компанияһы теркәлде, уларға таянырға мөмкин», — тип белдергәйне Радий Хәбиров. 

Тура бәйләнештең икенсе көнөнә геологик разведка эштәре алып барған «Салауат» компанияһы вәкилдәре Михайловка мәктәбе уҡытыусылары менән осрашты. Һөҙөмтәлә спорт залды ремонтлау хәл ителде.

«Беҙ физик культура дәрестәрен урамда йә мәктәп коридорында үткәрергә мәжбүрбеҙ. Был һорау менән мәктәп етәкселеге, ата-әсәләр, ауыл хакимиәте депутаттары төрлө урындарға мөрәжәғәт итте, әммә мәсьәлә хәл ителмәй килде. Беҙ республика Башлығының мәсьәләне күтәреп сығыуы өсөн рәхмәтлебеҙ. Боҙ ҡуҙғалды, тиһәң дә була. Шулай уҡ яңы эшләй башлаған район етәксеһе Айрат Әминевҡа тура бәйләнешкә сығырға ярҙам итеүе өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына мәктәп директоры Елена Ғилманова.

Директорҙың һүҙҙәренсә, ял көндәрендә мәктәпкә шулай уҡ эксперт төркөмө килеп, төҙөлөшкә смета төҙөгән. 

«Салауат» компанияһы районда яңы эшләй башланы, ҡыҫҡа ваҡытта район өсөн күп файҙалы проекттар булдырып өлгөрҙө. Беҙҙең мәсьәләне хәл итеүгә лә тиҙ арала тотоноуҙарына һөйөндөк. Тиҙ арала спорт залы төҙөп бирерҙәр, тигән өмөт уянды», — тип уртаҡлашты Елена Ғилманова.

Геологик разведка эштәре бөтмәүгә ҡарамаҫтан, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте районға ҙур инвестициялар һалған. Уның һөҙөмтәһе шул — быйыл йәй дүрт инфраструктура проекты әҙер ҙә инде: Буранғол ауылында капиталь ремонттан һуң асылған интернат, балалар баҡсаһы һәм дауахана, «Ирәндек» лагерында төҙөлгән спорт комплексы. Шулай уҡ инвестор быйыл район мәктәп уҡыусылары араһында «Ғилем» олимпиадаһын үткәргән, Ҡушый ауылында ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡыҙға хәйриә ярҙамы ойошторған һәм район һабантуйын үткәреүгә булышлыҡ иткән. 

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас