Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
83.07
-1.31
97.45
-1.88
67.49
+0.05
11+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Сентябрь , 18:56

Киләсәккә инвестиция: Әбйәлил районында капиталь ремонттан һуң мәктәп-интернат асылды

«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Буранғол ауылындағы белем усағын ремонтлауға 100 миллион һумдан ашыу аҡса бүлгән.

Сергей Словохотов
Фото:Сергей Словохотов

Дәүләт һәм бизнестың уңышлы хеҙмәттәшлек итеүенең ыңғай һөҙөмтәләре бихисап. Ойошмаларҙың һалымдары һәм инвестициялары бюджетты тулыландыра, был аҡсаға юлдар, күперҙәр, социаль объекттар төҙөлә, йәшәү шарттары яҡшыра. Бындай хеҙмәттәшлектең уңышлы миҫалын Әбйәлил районында күрергә мөмкин. Быйыл баҡыр ятҡылыҡтарын геологик разведка эштәрен башлаған «Салауат» йәмғиәте өс айҙа спорт комплексы төҙөгән, урындағы мәктәп-интернатты, дауахананы төҙөкләндереп өлгөргән. 

Әбйәлил районының Буранғол ауылында интернатты асыу тантанаһында «Башинформ» агентлығы журналистары ла ҡатнашты. Бында өс ай самаһы элек кенә интернат һәм дауахананы берләштергән иҫке емерек хәлдәге бина тора ине. Ә хәҙер иһә уның урынында — балҡып торған заманса матур комплекс. Район хакимиәте ҡарары менән ауылдың икенсе яҡ осонда урынлашҡан балалар баҡсаһы ла бында күсерелгән.  

Капиталь ремонтты үткәреү хаҡында ҡарар ауыл халҡы менән осрашыуҙарҙың береһендә ҡабул ителгән. Балалар өсөн көрәш, бейеү һәм күнекмәләр залы, музей, ашхана һәм хеҙмәт кабинеты яңыртылған. Бинаның эргә-тирәһендә асфальт юл түшәлгән, яңы ҡоймалар эшләнгән.

«Тәүҙә дауахана хеҙмәткәрҙәре линолеумды ғына яңыртырға һорағайны. Әммә «Салауат» компанияһы вәкилдәре уның насар торошта булыуын күргәс, тулыһынса бөтә бинаны ремонтларға ҡарар итте. Бөтәһе 101 миллион һум аҡса сарыф ителде», — ти район башлығы Айрат Әминев. 

Уның ҡарауы, бынан ары Буранғол халҡына район үҙәгендәге дауаханаға йөрөргә тура килмәйәсәк. Ауылда система алырға мөмкин, бының өсөн процедуралар кабинеты, палаталар яңы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. 1 сентябрҙән дөйөм практика табибы штаты булдырылған.

«Яңы уҡыу йылына — яңы уңыштар менән»

Объектты асыу тантанаһында Әбйәлил районы башлығы Айрат Әминев төҙөлөш эштәрен юғары баһаланы.

«Беҙ бында төҙөлөш барышында күп килдек, шуға күрә ышаныслы әйтә алам: иҫ киткес бина төҙөлдө. Унда яҡшы, намыҫсан төҙөүселәр эшләне. Ҙур аҡсалар бүленде. Буранғол ауылы малай-ҡыҙҙары хәҙер иң матур мәктәптә уҡыясаҡ. Ғөмүмән, Әбйәлил бөтә планетала алда бара. Районға республиканан бер юлы алты автобус бирелде. Асҡарҙа яңы полилинигваль мәктәп, капиталь ремонттан һуң балалар баҡсаһы асылды. Беҙ яңы уҡыу йылын ошондай уңыштар менән башланыҡ», — тине Айрат Әминев.

«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев ауыл халҡын мәктәп асылыуы һәм яңы уҡыу йылы башланыуы менән ҡотланы.

«Бөгөнгө көнгә беҙ интернатҡа ремонт яһап ҡына ҡалманыҡ, ә бөтә биналарҙы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырҙыҡ. Мәктәптә яңы кластар асылды, көрәш залына яңы келәмдәр, тренажерҙар алынды. Былар барыһы ла һеҙ, уҡыусылар, яҡшы уҡыһын һәм тик «5» билдәләренә генә өлгәшһен өсөн эшләнде», — тип мөрәжәғәт итте ул уҡыусыларға, мәктәптең хужаларына.

Мәктәптә 22 йыл директор урынбаҫары һәм директор булып эшләгән хеҙмәт ветераны Хәҙисә Хилалова инвесторға башҡарылған эштәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.

«Балалар ауыр шарттарҙа йәшәне, бина һыуыҡ, шөҡәтһеҙ ине. Мәктәптә быйма кейеп эшләргә тура килде. Хәҙерге уҡытыусыларға, балаларға бында бөтә шарттар булдырылған, — ти Хәҙисә Хилалова. —Инвесторҙарға һәм төҙөүселәргә рәхмәт. Ысынлап та, ауылдаштар шикләнде, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ эшселәренә ятаҡ әҙерләй, тиеүселәр ҙә булды. Әммә хәҙер аңланыҡ, был социаль яуаплы предприятие, дауахананы яңыртыу ололар өсөн бик тә һәйбәт. Сифатлы медицина ярҙамы алырбыҙ, тип уйлайым».

Өсләтә шатлыҡ

Был көн буранғолдар өсөн өсләтә шатлыҡлы булды. Яңы интернат, дауахана, балалар баҡсаһы асылыуҙан тыш, белем усағына Өфөнән яңы автобус килтерелде. Уның асҡысын республика Башлығы Радий Хәбиров тапшырған. Өсөнсөһө — мәктәптә «Үҫеш нөктәһе» үҙәгенең бүлмәһе асылды.

Интернатта яҡын-тирәләге ауылдарҙан 29 бала йәшәй. Улар аҙна башында килеп ошонда ятып уҡый һәм ялдарҙа мәктәп автобусы өйҙәренә илтеп ҡуя. Байрам сараһынан һуң балаларҙың шат тауыштары интернат бүлмәләрен тултырҙы. Күбеһе яңыртылған бинаға тәүгә инде һәм ҡыуанысын йәшерә алманы.

«Беҙ Шәрип ауылынан. Яҙ көнө килгәндә бинаның торошон күреп бер аҙ кәйеф ҡырылғайны. Әлбиттә, хәҙер шарттар шәп. Балаларыбыҙ бындай интернатта уҡыясағына шатмын. Уны ремонтлауға үҙ өлөшөн индергән мәктәп директорына, район хакимиәтенә рәхмәт. Хәҙер барыһы ла бында уҡырға теләй!» — тип һөйләне Рәсих Абдрахманов.

Ысынлап та, яңы уҡыу йылына интернатҡа хатта алыҫ ауылдарҙан да балалар уҡырға килде.

«Беҙҙең ауыл бәләкәй, бынан 50 км алыҫлыҡта. Күп тиҫтерҙәрем район үҙәгендә уҡый. Унда көн дә йөрөргә кәрәк. Ә мин ошо мәктәпте һайланым. Интернатта көрәш залы булыуы оҡшаны, унда маттар, яңы тренажерҙар бар», — ти Юлдаш ауылынан 5-се класс уҡыусыһы Илдар.

«Былтыр бүлмәләр һыуыҡ, ҡараңғы ине. Хәҙер интернатты танырлыҡ та түгел. Бейеү залында шөғөлләнәм, уның яңырыуына бик тә шатмын. Бында уҡыу миңә бик оҡшай», — тип уртаҡлашты 9-сы класс уҡыусыһы Гөлдәниә Мөхөтдинова.

Яңы балалар баҡсаһы ата-әсәләрҙең күңеленә хуш килде. Элек ул икенсе бинала урынлашһа, хәҙер интернаттың беренсе ҡатына күсерелгән. Яңы карауаттар, шкафтар ҡуйылған, матрастарға тиклем яңыртылған.

«Барыһы ла яңы, матур. Балаларыбыҙ был баҡсаны күптән көттө. Тиҙҙән кесе улыбыҙ мәктәпкә барасаҡ. Балалар тик «5»кә генә уҡыһын ине бындай мәктәптә», — тине өс бала атаһы Илнур Вәлиев.

Интернат буйлап экскурсия үткәргән арала «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев компанияның артабанғы пландары хаҡында һөйләне. Уның әйтеүенсә, киләһе йылдарҙа яңы социаль проекттар тормошҡа ашырыу планлаштырыла. Ул район хакимиәтендә иң өҫтөнлөклө һәм социаль әһәмиәтле проекттар исемлегенән һайлап алынасаҡ. Һүҙ яңы балалар баҡсаһы, мәктәп йәки башҡа социаль учреждение хаҡында бара.

«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең геологик разведка эштәрен күҙәтеү советы ағзаһы Динир Әхмәдйәнов бындағы шарттар республика мәктәптәренән һис ҡалышмауын белдерҙе.

«Мин ремонт барған ваҡытта килдем, тикшерҙем, кәңәштәремде бирҙем. Егеттәр үҙ эшен тамамланы. Уларҙың сифаты күҙгә күренеп тора. Ниндәйҙер ситтән йыйып килтерелгән эшселәр түгел, яҡшы белгестәр эшләне. Ә ауыл ерендә йәшәүселәр шарттар бында бик шәп», — тине Әхмәтйәнов.

Геологик разведка эштәре бөтмәүгә ҡарамаҫтан, «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте районға ҙур инвестициялар һалған. Уның һөҙөмтәһе шул — быйыл йәй дүрт инфраструктура проекты әҙер ҙә инде: Буранғол ауылында капиталь ремонттан һуң асылған интернат, балалар баҡсаһы һәм дауахана, «Ирәндек» лагерында төҙөлгән спорт комплексы. Шулай уҡ инвестор быйыл район мәктәп уҡыусылары араһында «Ғилем» олимпиадаһын үткәргән, Ҡушый ауылында ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡыҙға хәйриә ярҙамы ойошторған һәм район һабантуйын үткәреүгә булышлыҡ иткән. 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: