Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.91
-0.07
91.11
+0.4
62.51
+0.52
-20 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Декабрь 2025, 20:56

Башҡортостанда «Салауат» компанияһы 2025 йылдағы эштәренә йомғаҡ яһаны

Әбйәлил районында «Салауат» ойошмаһы үткәргән геологик разведка эштәре тамамланыуға табан бара. Компания быйыл йәй районда теркәлеп, урындағы социаль проекттарға 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтте һәм үҙен яуаплы ойошма итеп күрһәтте.

Валерий Шахов «Башинформ»
Фото: Валерий Шахов / «Башинформ»

Был осорҙа ниндәй һөҙөмтәләргә өлгәшелгән, геологик разведка эштәре уңышлы тамамланып, тау-байыҡтырыу комбинаты төҙөлгән осраҡта республика өсөн ниндәй файҙа буласаҡ? Ошо һәм башҡа һорауҙарға «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Таһир Бәхтигәрәев яуап бирҙе.

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш менән

— Әбйәлилдә бер йыл самаһы элек геологик разведка эштәре башланыуы хаҡында иғлан ителде. Әлегә ниндәй һөҙөмтәләр бар? 

— Тәүҙән үк үҙ алдыбыҙға инвестиция проекты хаҡында халыҡҡа асыҡтан-асыҡ һөйләргә, аңлатырға тигән маҡсат ҡуйҙыҡ. Йыл башында әле эшләп килгән комбинатҡа турҙар ойошторҙоҡ, райондың ете ауыл биләмәһе халҡы менән осраштыҡ һәм һәр һорауға яуап ҡайтарҙыҡ. Беҙ киң мәғлүмәт саралары һәм БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары менән әүҙем эшләйбеҙ. Эҙмә-эҙлекле алып барылған эш булған шиктәрҙе таратырға һәм халыҡтың ышаныс кимәлен арттырырға ярҙам итте. 

2025 йылдың июнендә баҡыр ятҡылыҡтарында эҙләнеү эштәре башланды, бының өсөн юғары квалификациялы белгестәр йәлеп иттек. Шул уҡ ваҡытта тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мөһимлеген аңлап эшләйбеҙ. Эҙләнеү барышында быраулау ҡоролмалары ҡуйылған урында ғына ағастарҙы ҡырҡырға тырыштыҡ. Был эш БР урман хужалығы министрлығының ҡәтғи күҙәтеүе аҫтында башҡарылды. Районда шулай уҡ офисыбыҙ ҙа асылды, бөгөнгәсә унда 300-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт итеп өлгөрҙө. Халыҡтың буласаҡ эш урындары менән ҡыҙыҡһыныуы беҙҙең өсөн мөһим.

Предприятиены август айында Әбйәлил районында рәсми рәүештә теркәнек. Бында шуныһы мөһим, хәҙер һалымдарыбыҙҙың бер өлөшө туранан-тура район бюджетына күсә. Шулай уҡ эшҡыуарлыҡты үҫтереү маҡсатында урындағы ойошмаларҙы эшкә йәлеп итә башланыҡ. Әленән үк компания район халҡы өсөн эш урындары булдыра башланы, районда йәшәүсе экологтар, йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса, геология белгестәре беҙҙә эшләй.

— Һеҙ ағастарҙы ҡырҡыу тураһында әйтеп үттегеҙ. Геологик разведка эштәре зонаһында экосистеманы нисек һаҡлайһығыҙ? 

— Беҙ Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереүҙәр үҙәге ғалимдарын саҡырып, урындағы фаунаны һәм флораны ентекле тикшерттек. Бер нисә һирәк үҫемлекте билдәләп, кәртәләп алдыҡ. Киләсәктә уларҙы күсереп ултыртырға һәм үҫтерергә ниәтләйбеҙ. Беҙҙең ойошмала экологтар һәм профилле белгестәр эшләй, бөтә закондар ҙа теүәл үтәлә.

— Әле геологик эҙләнеү эше ниндәй этапта бара? 

— Геологик эҙләнеү эше Волга буйы федераль округының Ер аҫтын файҙаланыу буйынса департаменты биргән лицензия буйынса алып барыла. Эҙләнеү-баһалау этабы тамамланды. Әле алынған тау тоҡомо өлгөһөн анализлайбыҙ. 2026 йылда запастарҙы баһалағандан һуң проекттың техник-иҡтисади нигеҙен әҙерләйәсәкбеҙ. Был материалдар дәүләт экспертизаһы үтәсәк. Әгәр баһа ыңғай булһа, ентекле геологик эҙләнеү эштәренең икенсе өлөшөнә күсәбеҙ.

— Әгәр запастар раҫланһа, 2026 йылда проектты нимә көтә?

— Киләһе йыл башында төп геологик разведка эштәренең проектын төҙөйбөҙ һәм Рәсәй геологик эспертизалау агентлығынан рөхсәт алып, артабан эҙләнеү-быраулау эштәре башлаясаҡбыҙ. Был инде булған баҡыр запастарын иҫәпләп сығарырға, йәнә техник-иҡтисади нигеҙ әҙерләү өсөн кәрәк. 2026 йылдың икенсе яртыһында тау-байыҡтырыу комбинатын проектлауҙы башлайбыҙ.

«Һәр эш асыҡтан-асыҡ алып барыла» 

— Әбйәлил районында геологик разведка эштәрен күҙәтеү күҙәтеү советы эшләй. Улар менән хеҙмәттәшлек нисек үҫешә?

— Беҙҙең төп йүнәлештәр — асыҡтан-асыҡ эшмәкәрлек, халыҡ менән аралашып эшләү. Күҙәтеү советы менән һөҙөмтәле эшләйбеҙ. Йылы бүлмәләрҙә генә осрашмайбыҙ, совет ағзалары менән бергә геологик эҙләнеү эштәре барған урынға сығабыҙ. Һәр этаптың нескәлектәре һәм проекттың өҫтөнлөклө яҡтары хаҡында бергәләп һөйләшәбеҙ.

— Һеҙҙең кадрҙар резервына нисек эләгергә мөмкин? Был һеҙгә район халҡынан бирелгән иң йыш һорауҙарҙың береһелер.

— Һис шикһеҙ, беҙ һәр кем менән хеҙмәттәшлек итергә әҙербеҙ. Әле геологик разведка эштәре һәм запастарҙы баһалау этабында булһаҡ та, буласаҡ завод өсөн белгестәр базаһы төҙөйбөҙ. Ишектәребеҙ һәр саҡ асыҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең райондағы офисҡа мөрәжәғәт итеп алырға мөмкин. Эшләргә теләүселәр резюмены Salavatskoye@rcc-group.ru электрон почтаһына ебәрә ала. Беҙҙең вакансияларҙы һәм яңылыҡтарҙы «Бәйләнештә» һәм «Телеграм» социаль селтәрҙәрендә ҡарарға мөмкин. Беҙ йәнле аралашыу яҡлы, офисыбыҙҙа эшләргә теләгән кешеләрҙе күреүгә һәр ваҡыт шатбыҙ.

— Буласаҡ тау-байыҡтырыу комбинатына юғары әҙерлекле белгестәр талап ителәсәк. Компанияны кадрҙар менән нисек тәьмин итергә уйлайһығыҙ?

— Беҙ был йәһәттән әүҙем эшләйбеҙ. Беренсенән, маҡсатлы уҡытыу программаһы ойошторҙоҡ. Республика йәштәрен алдынғы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ебәрәбеҙ: Өфө фән һәм технология университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Бауман исемендәге Мәскәү дәүләт техник университеты, Магнитогорскиҙағы Носов исемендәге МДТУ һәм Екатеринбургтағы тау университеты. Беҙгә белемле хеҙмәткәрҙәр кәрәк: тау эшкәртеү һәм геология тармағы белгестәренән алып экологтарға, геодезистарға тиклем. Икенсенән, беҙ һөнәри уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Сибайҙағы, Аҡъярҙағы һөнәри уҡыу йорттарын һәм колледждарҙы тамамлаусылар заманса, юғары технологиялы предприятиела эшкә урынлаша алһын өсөн бер нисә һөйләшеү үткәрелгән дә инде.

Социаль өҫтөнлөк: районды үҫтереүгә 103 миллион һум

— «Салауат» ойошмаһы тәүге көндән үк үҙен социаль яуаплы компания булараҡ күрһәтте. Был һүҙҙәр артында ниндәй аныҡ эштәр тора?

— Бизнестың уңышы төбәктең төрлө яҡлап үҫешеүе менән тығыҙ бәйле, тигән ышаныстабыҙ. Буласаҡ предприятиеның хеҙмәткәрҙәре һәм уларҙың ғаиләләре бында йәшәй һәм йәшәйәсәк. Тап ошо ҡыҫҡа осорҙа райондың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә 103 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлттек. Компанияның Әбйәлил районында рәсми теркәлеүе мөһим аҙым булды — һалымдар хәҙер урындағы ҡаҙнала ҡала һәм район халҡыеа файҙа килтерә.

— 103 миллион һум күләмендәге инвестиция аҡсалары аныҡ нимәгә тотонолдо?

— Быйыл беҙ йәштәргә ярҙам итеүгә, уларҙың һәләттәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән күләмле социаль программаны башлап ебәрҙек. Был башланғыстың миҫалы булып 1500-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы ҡатнашҡан ҙур күләмле «Ғилем» олимпиадаһын үткәреү тора. Был әһәмиәтле сараға 8 миллион һум аҡса бүлдек. Районда балалар өсөн уңайлы һәм матур мөхит булдырыуға ынтылабыҙ. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә «Миләш» балалар баҡсаһында шыршы ҡуйҙыҡ.

Йыл дауамында бер нисә экологик акция үткәрҙек. Мәҫәлән, "ҠЫҘЫЛ, ЙӘШӘЙ!" акцияһы барышында Йәлембәт ауылында Еңеү көнөнә шыршы үҫентеләре, «Хазина» балалар баҡсаһы янында гортензиялар ултырттыҡ.

Спорт үҫешенә ҙур баҫым яһайбыҙ. Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә милли көрәш ярыштарын, турнирҙарҙы үткәреүгә бағыусылыҡ иттек. «Тупаҡ» самбо клубына заманса ҡорамалдар һатып алдыҡ, «Ирәндек» лагерында күп функциялы спорт майҙансығы төҙөнөк. Буранғол ауылы интернатына капиталь ремонт яһаныҡ, ундағы медпунктты яңы ҡорамалдар менән тулыһынса яңырттыҡ. Район халҡының шәхси үтенестәрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Быйыл Ҡушый ауылынан Исламғоловтар ғаиләһенә ярҙам иттек, янғында зыян күргән балаға Мәскәүҙә ашығыс дауаланыуға һәм реабилитация үтеүгә киткән сығымдарҙы үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ.

— Киләһе йылда ниндәй социаль проекттар көтөлә?

— Шулай уҡ киләһе йылда социаль инфраструктураны үҫтереүгә 100 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтергә уйлайбыҙ. Республика Башлығы Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәт иткән Михайловка ауылы халҡына ярҙам итәсәкбеҙ. Улар күтәргән ҙур проблеманы хәл итеүҙе — спорт залы төҙөүҙе киләһе йылда башлайбыҙ. Шулай уҡ Буранғол ауылының мәҙәниәт йортона капиталь ремонт яһарға ла планлаштырабыҙ.

Бынан алда «Башинформ» хәбәр итеүенсә, Әбйәлил районында капиталь ремонттан һуң мәктәп-интернат асылды.

Автор: Инсаф Хужабирганов
Читайте нас