Вторник, 14 Апреля 2026
|
Уфа
+11 °С
08:19 (UTC+5), 11 Ноября 2013

18 ноябрҙән «Башавтотранс» автобустарында юл йөрөү хаҡы арта

Розалия Вәлиева
«Башавтотранс» ҡала автобустарында йөрөү 18 ноябрҙән 3 һумға ҡиммәтләнәсәк: ҡулаҡсаһыҙ түләү буйынса билет хаҡы 15 һум тәшкил итәсәк, ә ҡулаҡса менән түләгәндә – 18 һум, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы генераль директорының пассажирҙар йөрөтөү буйынса урынбаҫары Сергей Паскин.
Әйтергә кәрәк, шәхси маршрут таксийы водителдәре лә хаҡтарҙы күтәрҙе. Мәҫәлән, «Пазик»тарҙа юл йөрөү хаҡы хәҙер 20 һум тора.
- Дәүләт автобустарында йөрөүгә тариф сиген Башҡортостан Хөкүмәте 2008 йылда уҡ билдәләгәйне – улар ҡулаҡса менән иҫәпләшкәндә 18 һумға тиң һәм карта менән түләгәндә 15 һумға тиклем, — тип аңлатты «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһының финанс директоры Алексей Митрофанов. — Бер пассажирҙы йөрөтөүҙең үҙҡиммәте, яғыулыҡҡа хаҡтарҙың артыуын иҫәпкә алғанда, 19 һумға яҡынлаша.
Һуңғы тапҡыр хаҡтар 2012 йылдың 10 майында артҡайны. Шул ваҡыттан алып транспорт картаһы буйынса түләү 12 һум торҙо, унан алда артҡанға тиклем 8 һум 40 тин ине. Ҡулаҡса менән түләгәндә юл йөрөү хаҡы 15 һум тәшкил итте.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика