Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.61
-0.26
96.86
-0.28
65.47
-0.56
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
9 Сентябрь , 18:17

«Һөйөү йөрөткән юл»: Өфөнән яугир ҡатыны Айгөл Йәмилеваның МХО юлъяҙмалары

Юлъяҙмаларҙың икенсе өлөшө.

Айгөл Йәмилева-Манапова
Фото:Айгөл Йәмилева-Манапова

«Мин һинең килеүеңә бында ҡыҙыл гөлдәр ултыртып сыҡтым», — тип шаярта ине телефондан һөйөклөм. Шаяртыуы урынлы — машина килеп туҡтаған ауыл ситендәге өй алдында күҙҙең яуын алырлыҡ алланып яҙ сәскәләре — тюльпандар үҫә. Яҡындағы әрәмәлектә лә, өй алдындағы баҡсала ла алмағастарҙың да сәскәгә күмелеп ултырған мәле. Таждары ҡойола —  апрель аҙағында ҡар яуамы ни.

Урман эсендә, блиндажда түгел, яҡындағы ауыл өйөндә ҡәҙерле ҡунаҡ итеп ҡаршы алдылар мине. Өйө ваҡыт ҡамауында ҡалған ахыры, совет осорондағы ҡәҙимге балсыҡ менән һыланған йорт, тимер карауат, урыны менән ашалған клеенка түшәлгән ағас өҫтәл, мин бәләкәй саҡта ғына күргән кәштә лә диван япмаһы. Мейес. Был өй бер-бер хәл була ҡалһа, медпункт урынына ҡулланыла, тип аңлатты тормош иптәшем, бер мөйөшкә өйөлгән дарыуҙар тауына күрһәтеп.

Өйгә инеп өлгөрҙөкмө юҡмы, күк йөҙөндә геүләү ишетелде. Үҙҙәре күренмәйҙәр, ә ҡайҙалыр осоп барған тимер ҡоштарҙың тауыштары хәтәр. Ҡапыл үҙемде бәләкәйҙән алып ваҡыт-ваҡыт борсоған төштәремдәгеләй хис иттем: аҙым һайын хәүеф янаған яу яланында икәнмен, тип күреп, ниндәйҙер хатта хәрби хәрәкәттәр башҡарырға тейешмен тип ҡаңғырып, теге йәки был бейеклекте алырға кәрәк тип талпынып уянып китә инем. Төш төш инде, ә кисерештәре өндәме ни. Ҡурҡырға уйлаңҡырап ҡуйһам да, яугирыма ҡарап күңелдә һиллек урынлаша, сөнки ул тып-тыныс. Тышҡа, ихатаға сығырға тура килгән арауыҡта үҙ-үҙемә эстән генә «Тыныслан, был тауыштар был ерҙәргә хас инде ул, ҡоштар һайраған кеүек ҡәҙимге», — тим. Үҙем йүгереп өйгә инәм, һөйөклөмә бер нәмә лә һиҙҙермәҫкә тырышам.

Кеше барыһына ла күнегә. Хатта һуғышҡа ла. Ауыл ҡәҙимге тормошо менән йәшәй. Скутерға атланып бер әбей уҙып китте, бер бабай баҡсаһын ҡараштырып йөрөй. Тыныс түгел, тип донъя көтмәйсә тик ятып булмай инде. Ҡартайған көндәрендә ғүмер буйы йыйған донъяларын ташлап сығып та әллә ҡайҙа киткеләре килмәүе көн кеүек асыҡ. Мин дә инде бер көн үтеүгә һауалағы геүелдәүгә ғәҙәти тауыш кеүек ҡарай башланым.

Һөйгәнең менән ҡыуышта ла ожмах, тигән бик тапалған әммә хаҡ һүҙҙәр бар.

— Бында яҡын-тирәлә душ та, мунса ла юҡ, — тип яҙғайны ул, мин әле Ростовтан сығырға йыйынып йөрөгәндә.

— Булһын, — тинем.

— Батшалар йәйәү йөрөй торған урын да тышта.

— Мин ауыл балаһы икәнлеген оноттоңмо әллә?

Йәмле, күркәм генә «Йондоҙ» ҡунаҡханаһының номерын айҡайым: бар уңайлылыҡтары булһа ла, бында йөрәгем толҡа тапмай, тап шул мунсаһыҙ хан заманынан ҡалған йортҡа ашыға ул.

Дымлы салфеткаларҙы уйлап сығарғандарға миҙал бирергә кәрәк, тип шаярттым мин, инде барып еткәс. Шыптыр тыштарына салфетка түгел, таҫтамал, тип яҙылған, ҙур үҙҙәре. Һыу бик самалы – ашарға ла, иртәле-кисле суместән бер-береңә ҡойоп тороп теш, бит-ҡул йыуырға ғына етә. Өҫтәл, һауыт-һабаны әлеге лә баяғы таҫтамалдар менән таҙартырға. Бик һәйбәт таҙарта улары, шуның өсөн генә уйлап сығарғандар, тиһең, ялт итеп ҡуялар. Һабын тәме лә сыҡмай аҙаҡтан. Үҙемде бик ҡыҙыҡлы бер уйынға барып эләккәндәй хис итәм: күктә самолет та ракеталар тауышы, аҡ юлаҡ болот-ҡойроҡтарын да күреп ҡалабыҙ, тышҡа сығып әйләнгәнсе квесттың бер өлөшөн үтәһеңме ни.

— Аҙыҡ-түлек алып килеп йөрөмә, барыһы ла бар бындағы магазиндарҙа, — тине һөйөклөм. Үҙенә һәм яуҙаштарына «Ростикс»тан тауыҡ боттары ғына һораны. Тәүге кисен мандарин, банан кеүек емеш-еләк, сәйгә тәмле пироженыйҙар, янына улары ла ҡуҡырайып сығып ятты. Ә беҙҙең һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәй. Телефондан, видеошылтыратыуҙан аралашыу — бер, ә күҙгә-күҙ ҡарашып хәбәр һатыу — бөтөнләй икенсе бит ул. Мәж килеп туй видеоларын ҡарайбыҙ, уларҙы иркенләп ултырып барларға, тәьҫораттар менән уртаҡлашырға ла өлгөрмәнек беҙ, тормош эш, мәшәҡәт ҡуласаһында зыр килтереп өйөрөлттө лә, йәнә араларға юлдар һалып, бары кәрәҙ сым ҡалдырҙы.

Бары кәрәҙ сым... Ҡаршымда ултырған һөйгәнемә ҡарайым да, ҡапыл күңелем тула. Әл дә тышта ҡараңғы төшкән, ә утты тоҡандырырға ярамай, улайһа минең йәшләнгән күҙҙәремде күрер ине. Үткән йәйҙә бер шылтыратыуға, «Мин иҫән, барыһы ла яҡшы» тигән хәбәренә зар-интизар булып йәшәгән көндәр иҫкә төшә. Үс иткәндәй, йәйе ямғырлы, уныһы эс бошороп көнө-төнө яуа. Ҡыҙым ауылда, өләсәһендә, мин яңғыҙым фатирҙа ултырып түҙмәйем, ҡолаҡ тондорорлоҡ өҫкә ауып барған тынлыҡты боҙорға була, кис, төн етһә лә, ҡала үҙәгенә елдерәм, ҡайҙалыр ашыҡҡан кеше ағымы араһында йөрөйөм, шулай еңелерәк, төҫлө... Телефон дисплейында «Ҡәҙерлем, сәләм. Мин иҫән-имен, әлегә яуҙан сығып ялға туҡталдыҡ» тигән хәбәр яныуы була, йөрәк ҡоршап торған хәүеф өңөнә шыуышҡан януарҙай артҡа сигенә, баш осонда ҡуйырған суйын болоттар араһынан ҡояш нурҙары күренә. Мин йәнә лә эшләргә, яҙырға, хатта ашарға әҙер!

Кис һайын ошолай ҡара-ҡаршы ултырып сәй эсеү башҡа ғаиләләр өсөн ғәҙәти күренеш булһа ла, беҙҙең өсөн танһыҡ байрам. Өс-биш көнгә генә булһа ла. Әлегә уныһын уйламайым. Бер ҡул бармаҡтарына ғына һыйырлыҡ был көндәр һаны миңә йәшәлмәгән тотош ғүмер булып күренә.

Бында телевизор бар. Яңы йәлпәк экранлы дүртмөйөш үткән быуат шаңын һаҡлаған өйҙә осраҡлы рәүештә икенсе донъянан килеп сыҡҡандай күренә. Ҡапыл иҫебеҙгә төшә: тегендә, инде алыҫ-алыҫ күренгән Башҡортостанда «Салауат Юлаев» хоккей командаһының плей-офф уйындары бара бит! Нисәмә йылдан һуң беренсегә ярымфиналға сығып, Ярославлдәге «Локомотив» менән айҡашыуҙары. Элек иҫем китһә лә, һуңғы арала һыуынған хоккейға ҡыҙыҡһыныу йәнә артты, экранда уйын майҙаны буйлап пыр туҙып шайба артынан елгән «йәшелдәр» арҡылы тыуған яғыма йөрәгемдән еп һуҙылдымы ни. Ярай мин, Башҡортостандан сығып киткәнгә аҙна тулған. Айҙар ғына түгел, ярты, бер йылдан ашыу ҡайтмайынса ил һаҡлаған яугир милләттәштәребеҙ тыуған яҡты һағыныу тойғоһон нисек баҫа икән? Ғорур хәрби ир-егеттәр ни, уй-кисерештәре менән артыҡ бүлешергә яратмаһалар ҙа, тылдағы хәл-әхүәлдәр менән ҡыҙыҡһыныуҙары, мохтаждарға ярҙам итергә ашҡыныуҙары, республикала барған төрлө ваҡиғаларҙы күҙәтеп барыуҙары баҫалыр болоҡһоуҙарын. Тышта тағы ла күк геүелдәүенә инде иғтибар итмәй, телевизор алдында тыныс ҡына бәләкәй плита өҫтөндәге суйын ҡаҙанда билмәндәрҙе болғаған тормош иптәшемә ҡарап, ошо уйҙар күмеп китә. Уның тыныслығы миңә лә күсә, төрлө тауыштарҙан хафаланыуым бөтөнләй юҡҡа сыға. Үҙебеҙҙе бәләкәй, әммә хәүефһеҙ, тыныс уртаусыҡта хис итәм: бында һуғыш, ҡан-ҡойош, үпкә, ҡайғы-хәсрәт тә юҡ. Бында бары тик Һөйөү хөкөм һөрә.

Тыуған яҡты юҡһыныу, хәүеф тойғоларын беләһегеҙме тағы ла нимә баҫа? Моң, әлбиттә. Халҡыбыҙ моңо. Яманһыу саҡтарҙа ла моңланғы килә, шатлыҡлы мәлдәрҙә бигерәк тә. Өсөнсө көн тигәндә, минең ҡоймаҡ ҡойғом килеп китте.

— Он бармы? — тип һорайым. Ҡоймағы ла ябай түгел, ә тап башҡортса йырҙар менән һуғарылғаны. Ҡоймағынан башҡа тағы әллә нәмәләрҙе бешереп ашатҡы килә лә ул хәләлемә, бындағы шарттар менән булмай шул.

Һеҙҙең берәй ҡасан ҡоймаҡты оло аш ҡалағы менән әйләндергәнегеҙ булдымы? Минең булды. Ҡолаҡсындарҙан ҡапыл таныш йыр ағыла:

«Яҡты донъяларға бер тыуғас,
Йәшәргә ине туйғансы.
Яҡты донъяларҙан кем туйған,
Йәшәт, Хоҙай, йөҙгә еткәнсе...»

Былай ҙа нескә күңел тағы ла нескәрә. Ҡапыл әллә ҡайҙа, ер аяғы, ер башында, яу ҡырына ҡул һуҙымы ғына ерҙәге иҫке өйҙә ҡалаҡ менән әйләндереп ҡоймаҡ бешереү мәленең ҡабатланмаҫ бер ғүмер миҙгеле икәнлеген аңлайым. Матур миҙгел. Бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан, йәмле лә, йылы ла, ҡабатланмаҫ та. Үҙемде бығаса булмағандай бәхетле тоям.

«Ихатаға сығып ит ҡурайыҡ», — ти һөйөклөм. Тыштағы өҫтәлгә теге күпте күргән клеенканы ябабыҙ, булған һый-ниғмәтте теҙәм. Тәмле тауыҡ еҫтәре танауҙы ҡытыҡлай. Көн шундай көләс, күк йөҙөндә бейәләй хәтлем дә болот күренмәй... геүләп үтеп киткән самолеттың артынан һуҙылған аҡ юлаҡты иҫәпкә алмағанда. Бер килке уға иҫем китеп, юҡ, инде ҡурҡмайса, ә ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап торам.

— Беренсе май булды инде был, — тибеҙ, был байрамға бер-ике көн ҡалыуын иҫәпкә алып. Майҙың беренсе көнөндә мин инде юлда буласаҡмын. Яңы йыл, тыуған көндәр, туғандарҙың байрамдары, 23 февраль, 8 март... һәм башҡалар, һәм башҡалар — быларҙың барыһы ла ике яры. Айырым-айырым. Яңы йыл төнөндәге байрам кәйефенән элеккесә ғәмһеҙлек тойғолары юғалыуын хәрби ҡатыны булғас, беренсегә тойҙом. Бында ни, йырлайһың да, илайһың да. Йәнә йырлайһың шунан. Тормош дауам итә бит.

Йыр, тигәндән, инде телефонда «Любэ» уйнай. Ҡапыл шымабыҙ. Ҡапыл быға тиклем ҡат-ҡат тыңланған йырҙарҙың һәр һүҙе, һәр нотаһы йөрәккә уҡ булып ҡаҙала башлай. Тамаҡҡа төйөр ултыра. Яугирымдың йөҙөн күрәм — күҙҙәре һағышлы. Бергә нисәмә йыл хеҙмәт итеп, инде бер туғандарға әйләнгән, шунан һуғыш яланында мәңгелеккә юғалтырға мәжбүр булған яҡын дуҫтарын уйлаймы, үҙенең әллә күпме тапҡыр ҡыл өҫтөндә генә ҡалған ғүмерен күҙҙән уҙғарамы, өсәр көн ризыҡһыҙ ғына түгел, һыуһыҙ түҙгән яу мәлдәрен барлаймы? Ул да миңә ҡарай. Ҡарай ҙа, моңһоу күҙҙәрем менән осрашҡас, ҡапыл ниҙер аңлағандай, әйтеп ҡуя:

— Теләһәң, блиндаж, позициялар яғына барып киләйек.

— Юҡ, — тием шундуҡ, — мин бында һуғыш ҡарарға килмәнем.

Һөйгәнемдең артабанғы бер генә һүҙе мине ошо бөтә сәфәремдең юҡҡа булмауына инанырға мәжбүр итә:

— Рәхмәт.

Махсус хәрби операция башланып, тәүге албырғау үткәс, күңелдәрендә семтем булһа ла ғәм йөрөткән ватандаштарыбыҙ яугирҙарыбыҙҙы ҡеүәтләргә, ярҙам ҡулы һуҙырға, Ватаныбыҙҙың еңеүен яҡынайтырға яу барған тарафтарға ашыҡты. Шәхси сәбәптәр түгел, ил яҙмышы йөрөтә уларҙы. Юлъяҙмамдың башында “мин был сәфәргә шағир-яҙыусы, журналист булараҡ сыҡманым” тиһәм дә, хәрби ҡатыны булараҡ юл биштәрен төйнәһәм дә, килеүемдең берҙән-бер сәбәбе һөйгәнем менән осрашыу булһа ла, уға булған мөхәббәтемә илһөйәрлек тә, шағир, журналист булараҡ Тыуған илебеҙҙең киләсәге хаҡында уйланыуҙарым да һыйған. Ә шулай ҙа, яу яланын үҙ күҙҙәрем менән күреүҙе тәүмаҡсат, теләк итеп ҡуйманым мин, сөнки тормош иптәшем өсөн тап ошо өйҙә, ошо ихатала ултырып һөйләшеүҙәр, бергә үткәргән көндәрҙең мөһим икәнлеген һиҙҙем. Яугирым, уның именлеге, бәхете миңә Тыуған ил дә, тыныслыҡ та. Ә шиғырҙар былай ҙа яҙыла, был юлъяҙма, тәүҙә ҡағыҙға төшөрөргә йыйынмаһам да, барыбер тыуҙы. Үҙебеҙ хаҡында һөйләргә, яр һалырға теләгәнгә түгел, ә ошо әҫәр аша башҡаларҙың күңеленә лә өмөт, мөхәббәт, яҡшы, яҡты, тыныс киләсәккә ышаныс орлоҡтары һибергә ашыҡҡандан тотондом мин ҡәләмгә. Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә, тиҙәр бит...

Йәшәйештең бер ҡануны гел ғәжәпләндерә мине. Ғүмер юлын бергә үтергә ҡарар ҡылғандан алып, беҙ тормош иптәшем менән гел икебеҙ ике яҡтарҙа. Ә шулай ҙа, ҡыҫҡа ғына осрашыуҙарҙан һуң мин әйтерһең дә әле атлай ҙа башламаған балаға әүереләм: ә артабан нисек? Ҡапыл ҙурайып шымтайып ҡалған был буш донъяла унһыҙ тағы нисек йәшәргә?

Һөйөүегеҙҙә шикләнәһегеҙ икән, бер хаҡиҡәтте иҫегеҙҙә тотоғоҙ: үткәргән ваҡыттарығыҙ эс бошорлоҡ әҙ булһа ла, ысынлап та яратҡан кеше янында уның менән инде йөҙ, мең йыл бергә йәшәгәндәй тойғо ҡалырға тейеш. Мөхәббәт ошолор ҙа.

«Тиҙҙән, бик тиҙҙән осрашҡанға тиклем!» — тиеп хушлашабыҙ. Машина багажнигына юл сумкалары менән ҡуша тауҙай өмөт тейәп, ҡайтыр юлға сығам.

***

Машина кире Ростовҡа илтә. Таганрогта туҡтап, икенсеһенә ултырған арала, сәйер кисерештәргә солғанып, бер аҙ ҡатып ҡалам. Шау-шыуҙан үҙем дә һиҙмәҫтән башымды күккә сөйәм. Ап-аяҙ. Шул саҡ был тауыш тирә-йүндән, тыныс яҡта бер нәмә лә булмағандай ҡәҙимге тормоштан икәнлеге аңыма барып етә. Хатта был ғәҙәти ағымға бер ни тиклем ҡушыла алмай торам әле.

Бер ни булмағандай... Поездар саба, машиналар геүләй, өйҙәр төҙөлә, балалар тыуа, ғаиләләр ярала, концерттар уҙа, кешеләр көн дә иртән эшкә, аҙаҡ кисен өйгә, яҡындарына ашыға. Ә тегендә, бынан уйлап ҡараһаң, меңәр саҡрым алыҫлыҡта, ә шулай ҙа, йөрәк менән генә үрелеп ҡағылыр ерҙә, Рәсәйебеҙҙең яңы төбәктәрендә беҙҙең тыныслыҡ диуары сатнамаһын, дошман өйөбөҙгә баҫып инмәһен өсөн һуғыш бара.

Атайҙарыбыҙ, ирҙәребеҙ, улдарыбыҙ, ағайҙарыбыҙ, класташтарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ пулялар, снарядтар ямғыры аҫтында ғүмерҙәрен үлемесле ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, беҙҙе, илебеҙҙе, һәр көн һайын имен атыр таңды, гөрләп килер яҙҙы, балалар үҙҙәренән ҙур сәскә тотоп мәктәптәргә барыр көҙҙө һаҡлай. Ошоно онотмаһаҡ ине.

Аҙағы. Юлъяҙмаларҙың беренсе өлөшөн бында уҡырға мөмкин.

Автор:Айгөл Йәмилева-Манапова
Читайте нас: