Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.48
-0.23
89.84
-0.47
77.06
-0.11
21+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

«Һөйөү йөрөткән юл»: Өфөнән яугир ҡатыны Айгөл Йәмилеваның МХО юлъяҙмалары

Айгөл Йәмилева-Манапова
Фото:Айгөл Йәмилева-Манапова

— Ирең янына барып ҡайттыңмы әллә? - тиҙәр. Тәүҙә ҡурҡманыңмы, тип ғәжәпләнәләр, аҙаҡ ни өсөн бының тураһында бер ҡайҙа ла яҙманың, тиҙәр.
Ике ай тулып килә инде. Әллә ниңә һөйөү хаҡында ла, яугир ҡатыны булыуы тураһында ла шиғырҙарҙан башҡа әйбер яҙғы килмәй. Бәхет тынлыҡты яратамы? Бына инде йылдан ашыу "от звонка до звонка" йәшәү аҡылдан шаштырырлыҡ бәхет булһа, әлбиттә.
Махсус хәрби операция башланған көндән үк күңелем менән тартылдым мин унда. Ул саҡта хәрби ҡатыны булырмын тип уйлау ҡайҙа, журналист асылым көҫәй ине был сәфәрҙе. Ә һуғышҡа өс йыл тулғас, журналист булараҡ та, хатта шағир-яҙыусы булараҡ та сыҡманым был сәфәргә. Мине Мостай Кәримдең "Ярлыҡау"ындағы Мария Тереза һымаҡ һөйөү етәкләне.
Йә була, йә булмай. Биштәрҙе төйнәгәндә лә, Ростов-на-Дону ҡалаһына поезда икенсе көн елгәндә лә әле осрашабыҙмы, юҡмы, ул да, мин дә белмәй инем. Бер бер артлы алмашынған туҡталҡа-станция уттарына уҡталам төн йөҙөндә, вагон тәгәрмәстәренең рельс йөйҙәренә бәрелеүен тыңлайым, үҙемдең ошондай әллә күпме яңғыҙ йоҡоһоҙ төндәр кисергән, кинәт айырылышыуҙарҙан, ҡыҫҡа осрашыуҙарҙан, һағыныуҙан хәсрәтләнгән йөрәгемде шиктәр тырнай.
— Ярай, - тим үҙ үҙемә, - килеп сыҡмаһа, диңгеҙ күрермен дә, Ростов менән танышырмын да, ҡайтырмын. Үҙем был осрашыу бойомға ашмаһа, инде артабан нишләремде лә күҙ алдыма килтерә лә алмайым. Алдан өмөтләндереп йөрәгемде алдамайым, йәнәһе.
Диңгеҙ күрҙем, әлбиттә. Көньяҡ ҡалаһына килеп еткәндең икенсе көнөнә үк Азов диңгеҙенә елдерҙем.
— Һыу инергәме? - ти таксист, минең барып етеү урынын "Пляж" тип ҡуйғанымды күреп
— Юҡ, диңгеҙ яратам. Ярында ултырһам да етә миңә, - тип яуаплайым, үҙем аптырайым, апрель аҙағы, был южаниндар шулай яҙҙан уҡ һыу инә микән?
— Диңгеҙ?! - тип аптырап ҡайҡайып ҡарай миңә таксист, - нисә саҡрым һуң бынан? Мин Дон буйына икән тиһәм... Шуға алғайным заказды.
— Бер сәғәт тирәһе юл тигән.
— Ярай, минең дә булған юҡ Азовтың ул яғында. Киттек!
Һөйләшеү барышында таксистың исеме Виктор икәнлеге, уның элек телевидениела корреспондент булып эшләүе, шиғырҙар, йырҙар яҙыуы асыҡлана. Улай тәү күргән кешеләр менән асылып китеп һөйләшеү ғәҙәтем юҡ, әммә алты йыл журналист булып эшләүем үҙен белдерә барыбер.
— Хәрбиҙәрҙең ҡатындары, яҡындары йыш килә бында. Ростовта туҡталалар. Йыш алып йөрөйөм, - ти Виктор. Донъяуи хәлдәр тураһында бер аҙ әңгәмәләшкәс, миңә машинала музыка ҡуйырға тәҡдим итә. Оҙаҡ уйлап тормайым, "Әй йола"ның "Һомай"йын тоҡандырам.
— Ооо! - ти шундуҡ таксист, - Ишеткәнем бар! Ә кем була һуң Һомай?
Мин ихласлап "Урал батыр" эпосының эстәлеген, мәғәнәһен, фәлсәфәүи тәрәнлеген аңлатырға керешәм, үҙем эстән ошолай Башҡортостандан ситтә башҡорттар, халҡыбыҙ хазиналары тураһында еңел генә тота килеп һөйләй алыуыма, һорауҙарға яуап биреүемә ҡыуанам.
Бер аҙҙан Дон далаларының бер яғында зәңгәр таҫма тағатылып китә. Машина тәҙрәһенә ҡапланып тиерлек йотлоғоп, зарығып ҡарайым ул таҫмаға. Диңгеҙ. Әле уны күрмәгән саҡта уҡ атайҙың әрме альбомдарына төшөргән һүрәттәренән ҡараған, төшкә ингән, тәүҙә Ағиҙелдән ҙурыраҡ йылға күрмәгән ҡыҙыйҙы икһеҙ-сикһеҙ киңлеге менән ҡурҡытҡан, аҙаҡ түҙгеһеҙ булып ымһындырған, тәү тапҡыр 2017 йылда Ҡырымда осраған диңгеҙ... Бына килеп тағы осраштыҡ.
— Күпме булһағыҙ ҙа булығыҙ, мин көтөрмөн, үҙем дә берәй ярҙа ял итермен, - ти Виктор, минең был зәңгәр киңлек янында мәңге ултыра алырымды белгән кеүек. Аҡыллы әҙәм үҙе, мине яр буйында ҡалдырып, бөтөнләй икенсе яҡҡа китә.
Күҙ йәштәремде тыйғы ла килмәй. Әллә ниңә ауыр бирелде үтеп барған апрель, шуға миктәгән йөрәкте тап диңгеҙҙең тоҙло тамсылары дауалауына шатмын да, һаман өмөтләнгән осрашыуҙың килеп сығыу-сыҡмауы уңайынан моңһоумын да. Ошондай мәлдәрҙә шул хәтлем һөйгәнемдең янымда булыуын, был изге минуттарҙы уның менән бүлергә теләр инем. Тик. Эстән генә күнегелгән һүҙҙәрҙе ҡабатлайым да, һыуға яҡынлашам: "Есть такая профессия — Родину защищать". Аймылыш килеш ғүмер үткәндәй, йәшлегебеҙҙең иң матур йылдары ике яҡта елгәндәй тойолоп китһә, ошо һүҙҙәр ергә төшөргә, барыһының да оло маҡсат хаҡына булғанын аңларға ярҙам итә.
Эх, мәйтәм, янда фотоға төшөрөргә лә кеше юҡ. Бер генә фото, артығын һорамайым. Шул саҡ янда фотоаппарат тотҡан ҡатын пәйҙә була: ғаиләһе менән диңгеҙ ҡарап йөрөйҙәр. Хоҙайҙың рәхмәте ахыры, тим, үҙем мине телефоныма фотоға төшөрөүен һорайым, ҡулында шундай ҡорал булғас, әнтәкәһен беләлер әле.
Әммә юғары көстәрҙең рәхимлеге бының менән генә бөтмәй әле. Яр буйында яңғыҙ ҡалғас, свитерымды ҡомға түшәнем дә, өҫтөнә ултырырға ла өлгөрмәнем, миңә табан ерән эт эйәрткән бер ҡарттың яҡынлашыуын шәйләп ҡалдым. Сыңғыҙ Айытматовтың әҫәре иҫкә төштө. Йылмайып ҡуйҙым.
— Чего же ты, дочка, на земле сидишь? Сейчас кресло принесу! - ти бабай, ә эте ихлас килеп миңә һыйынып ултырырға ла өлгөрҙө. Күнегелгән ғәҙәт буйынса, шундуҡ әҙәп һаҡлап баш тартам, әммә бабайҙың ихласлығы арбай.
— Ауырҙыр бит кресло, ҡайҙа, үҙем алып киләйем атыу, - тим. Беҙ яҡындағы ағас йортҡа юлланабыҙ. Ҡунаҡ өйөнөң артҡы яғы икән. Ерән ҡойроҡ яндан юрғалай. Бабай минән был яҡтарҙа ни эшләп йөрөүемде һораша.
— Ирем янына китеп барам теге яҡҡа, - тип яуаплайым.
— Ииий, доченька, - ти ҡарт, былай ҙа ихлас күңеле тағы ла йомшара, - молодая совсем! Дай бог терпения вам всем.
Аҙаҡ креслоны кире ҡайтарғанда мин уның исеме Александр Иваныч икәнлеген, сығышы менән Белгородтан булыуын беләсәкмен, әлегә кире мине үҙенә әйҙәгән тулҡындар янына ашығам.
Креслоға аяҡҡа аяҡ һалып ултырыуым була, күҙҙәремдән йәш тамсылары эркелеп сыға. Юҡ, рәхәтлек бирә, еңеллек өҫтәй торған тамсылар улар, офоҡтан офоҡҡаса йәйрәп ятҡан был хозур күренеш алдында башҡа сәбәптән иларға мөмкинме һуң?

Ер аяғы ер башы үтеп тә, ҙур илебеҙҙең бөтөнләй икенсе ситендә Азов диңгеҙе буйында ултырып та үҙемде яңғыҙ тойманым. Мине һөйөү үҙе етәкләгәнгәлер. Моңһоу ҙа булып китә, әммә бынан түп-түңәрәк бәхеттең бер өлөшө кителмәгән бит әле.
Креслоны үҙем, тиһәм дә, теге бабай үҙе күтәреп илтте ярға табан. Кире ултырғысты алып барып ҡуйырға була, өйгә табан атланым.
- Рәхмәт! – тим йылмайып. Теге ерән эт шундуҡ килеп минең аяҡ осома ҡалас һымаҡ уралып ята ла һалды.
- Ул теләһә кемгә һырпаланып бармай, һине яратты, - ти бабай, шунан өҫтәлгә ымлай, - сәй эсәһеңме?
Аштан оло булырға ярамай, тип өйрәттеләр беҙҙе. Һыуһаттырған да. Хужаһы сәйнүк тоҡандырғансы, ул-был иткәнсе террасаны байҡайым. Радионан йыр ағыла. Диңгеҙ өҫтөнән сар ҙа сор килеп аҡсарлаҡтар оса. Рәхәт.
- Исемең кем? – тип һораша бабай сәй эсергә ултырғас.
- Айгөл.
- Айгюль? А что это означает?
- Лунный цветок.
- Цветочек значит ты.
- Ә һеҙҙең исемегеҙ кем?
- Александр Иваныч мин.
Артабан һөйләшеүҙән уның Ростов-на-Дону ҡалаһында йәшәүен, бында ҡунаҡ өйө ҡараусыһы булып йөрөп эшләүен беләм.
- Сам из Белһрада, - ти, ул яҡтағы кешеләрҙең һөйләшенсә “г” урынына “һ” ҡулланып.

Ҡылт итеп хәтергә әлеге лә баяғы 2017 йылдың Ҡырымлы йәйе иҫкә килеп төшә. Ярымутрауҙың Рәсәйгә ҡушылыуына 3 йыл ғына уҙған. Ҡырым күпере лә төҙөлмәгән, әлеге көндәгеләй алға китеш тә юҡ. Беҙҙе Керчь ҡалаһынан Симферополгә, унан Феодосияға, Феодосиянан Евпаторияға илткән автобустар ҙа иҫке, музей экспонаттарын хәтерләтәләр. Әммә... Кешеләре таң ҡалдырғайны мине. Ярҙамсыллыҡтары йөҙөнә сыҡҡан. Бер ҡырын һүҙ ишетмәҫһең. Юл һораһаң да, матур итеп өйрәтеп ебәрәләр. Ә бер мәлде әхирәтем менән пирста таң ҡаршылап ултырғанда янға асыҡ зәңгәр күк төҫөндәге күҙле егет килде. Андрей, тип таныштырҙы ул үҙе менән. Артыҡ-бортоғо юҡ, былай ғына хәбәр һатып ултырҙыҡ диңгеҙгә аяҡ һәлендереп.
- Мин Донбастан үҙем, - ти Андрей, ә зәп-зәңгәр күҙҙәренә көлһыу күләгә йүгерә, - унда һуғыш бара. Шуға был яҡҡа килдем, бында тыныс бит. Егермеләрен саҡ тултырып алыҫ Уралдан килгән беҙ, ҡыҙҙар, уның был һүҙҙәрен бер әкиәт һымаҡ ҡабул итәбеҙ. Ул нисек ил эсендә үҙ-ара яу ҡупһын, ти? Революция, граждандар һуғышы үткән быуатта тороп ҡалды ла инде. Ниндәй ил үҙ халҡын ҡыра һуң?..

Александр Иванычтың ихлас борсолоп хәл-әхүәл һорашыуы, кресло биреүе, сәй яһауы, алдыма икмәк менән сочни этәреп ҡапҡыларға ҡыҫтауы ҡапыл Ҡырым кешеләрен иҫемә төшөрҙө, оҡшағандар бер-береһенә, тип һығымта яһайым.
Ҡайтырға ҡалҡынғанда, бабай ни алып ни бирергә белмәй йүгереп өйгә инеп китә лә, бер ус сәй пакеттары, бәләкәй шәкәр ҡаптары алып сығып миңә һона:
- Ал үҙең менән. Юлың йыраҡ, ябай юл да түгел. Тегендә сәй эсерһегеҙ.
Ты только не плачь, Цветочек. Все будет хорошо. Только не плачь. Эх, молодые совсем!..

Ҡайтҡанда таксист менән һөйләшмәй генә, өнһөҙ генә барабыҙ. Минең бушап ҡалған күңел торошомдо һиҙепме, Виктор бер һүҙ ҡатмай, тик ҡунаҡхана янында төшөрөр алдынан әйтеп ҡуя:
- Мариуполгә юлланһаң, хәбәр ит. Үҙем сыға алмайым, әммә таныш таксистарға өндәшермен. Тормош иптәшеңә минән күп сәләм еткер!
Номерға барып инеүем була, һөйөклөм хәбәр юллай: “Иртәнән һуң минең янға киләһең. Тап ошонда, янға”.
Йөрәгемде баҫырып торған ауыр ташты алып ташлайҙармы ни, тын алышым иркенәйә хатта.
“Ҡайҙа булһа ла ризамын, иң мөһиме, һинең яныңа бит”, - тип яуап яҙам.

Ростов-на-Дону. Дон йылғаһына һыйынып ултырған герой-ҡала. Беҙҙә, Башҡортостанда, ағастар саҡ япраҡ ярып ҡалғайны, бында алмағастар, сирендәр шау-гөр сәскәгә күмелеп тә ултыралар. Ҡалалар улар йә һинеке, йә юҡ. Ятһа күңелгә, самолет трапы, поезд перронынан уҡ яталар, оҡшамаһа, көндәр буйы урамдарын ҡыҙырып та, үҙеңде яңғыҙ тойорға мөмкинһең. Өфө инде тыуған ҡалама әйләнеп бөтһә лә, эш, йәмәғәт эше, ижад гөрләһә лә, һуңғы айҙа яңғыҙлыҡ тойғоһо алҡымдан ала башлағайны. Һалдатыма ла һаман ял бирмәйҙәр, ҡыҙым да һынлы сәнғәт гимназияһының интернатында йәшәй, шәмбе-йәкшәмбегә генә ҡайтып китә.
Ошо тойғо Ростов-на-Дону ҡалаһына килгәс, юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ҡыҙыҡ, мин бит бында береһен дә белмәйем! Ни бары өс йөҙ саҡрымдан ашыу теге яҡта мөхәббәтем көтә. Уға яҡыныраҡ булғанға шулай күңел ярҙарына ҡайттымы икән ни?.. Әллә яҡындарын ут эсенән көткән меңләгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың һағышын үҙ эсенә һыйҙырған ҡала мине лә яҡын иттеме икән?
Һуң булһа ла, ҡаланы ҡарарға була, йәнә кедаларымдың бауҙарын бәйләйем. Навигатор аша Есенин тигән паб күҙгә ташлана. Миңә етә ҡала: шунда юлланам. Ҡаланың ҡап уртаһында урынлашҡан бина 1885 йылда төҙөлгән, бының турала миңә стеналағы алтаҡта һөйләй. Шунда уҡ “Бесәйҙең исеме Айседора!” тигәндәр. Йомшаҡ йән эйәһе күренмәне, уның ҡарауы мине Есенин шиғырҙары, тулы бер стенаға төшөрөлгән портреты ҡаршы алды. Ҡайҙа барһам да табам мин уны, тип көлөп ҡуйҙым үҙалдыма.

Йылмайырлыҡ, көлөрлөгө алда булған икән әле. Ҡала буйлап бер аҙ сирень еҫен еҫкәп йөрөгәс, ҡайтырға була, такси саҡырттым. Саҡ таптым үҙен, навигаторҙар менән эш хөрт, теге ҡороғор тимер ҡошсоҡтар арҡаһында “глушилка”лар ҡуйылған. Улары бында йыш ҡунаҡ.
- Был ҡаланан түгелме әллә? – ти таксист.
- Юҡ.
- Ҡайҙан?
- Башҡортостандан.
Әйтеп тә бөтөп өлгөрмәнем, әллә ҡайҙан микрофон килтереп сығарҙы был. Шунан бәләкәй планшетында “Һомай”ҙы тоҡандырҙы.
- Беләм башҡорттарҙы! Ошо йырҙарынан беләм! Яратам! Ә үҙем анау һымаҡ, - Ринат Рамаҙановҡа ымлай, - тамаҡ менән йырларға өйрәнгем килә! Варганды ла беләм!
- Беҙҙә ҡумыҙ, - тим, аптырауымды йәшермәйсә. Һүҙҙәрен беләме,
белмәйме, ихлас микрофонға йырлай башланы таксист, икенсе ҡулы менән рулде бора үҙе. Йыр бөткәйне, мине тағы ла ғәжәпкә ҡалдырып, Ирек Ноғомановтың “Йондоҙҙар күп бик күб”ен ҡуйҙы.
- Яратам башҡорт йырҙарын! – тине артынса.
Тәҙрәгә күҙ ташлайым. Ростов-на-Дону буйлап башҡортса йырҙар аҫтында елдертсе. Түҙмәнем, микрофонды һорап алып, йырға ҡушылдым. Машинанан төшкәс тә, оҙаҡ йылмайтты был хәл, халҡым моңоноң гел янда булыуын тойоуҙан бер елкенһәм, Рәсәй буйлап һибелгән берсә мәрәкә, берсә хәстәрле, йөрәктәренә барыһын да һыйҙырған илдәштәрҙе осратыуҙан күңелгә йылы үрмәләне. Халыҡтар дуҫлығы ошо булалыр ҙа?..

Ҡыҙыҡ һәм мөғжизәләргә бай барыбер был тормош, тигәнең. Бынан бер нисә йыл элек кенә унда мөхәббәткә лә, ышанысҡа ла, мөхәббәткә ышанысҡа ла урын юҡ, әлеге лә баяғы йөрәк бер һалҡын боҙ киҫәгенә әүерелгән дә, башҡа бер кемде лә яратырға маһир түгел, үҙемде лә ысын хистәр менән кем һөйөр икән, тигән уйҙар менән йәшәһәм, әле килеп һөйгәнем өсөн меңәр саҡрымға һуҙылған сәфәргә сығам, һуғыш биләмәһенә йомолам. Бының өсөн “осрашырбыҙ, бәлки” тигән бәләкәй, осмоттай ғына өмөт тә етә...
Ышаныс та аҡһай әле, сөнки был ысынбарлыҡта, был шарттарҙа бер кем дә беҙ уйлағанса килеп сыға, тип вәғәҙә бирмәй. Ә шулай ҙа, өмөт бар... Унһыҙ тормош та дөм ҡараңғы булыр ине бит.
Тап шул өмөт мине эштән көн һорап ғариза яҙырға, китапханала, Өфөлә ҡайнап торған сараларҙан ваҡытлыса баш тартырға этәрҙе, тап шул өмөт ҡапылғара юлға йыйынғаныма бер аҙ албырғап ҡалған ҡыҙымды ҡосаҡланы, тап шул өмөт төнгө ун икелә ауыр сумкаларҙы йөкмәп тимер юл вокзалына төштө. Тап шул өмөт Рязандә тағы ла ауырая төшкәндәй тойолған йөктө йөкмәп бер вокзалдан икенсеһенә, аҙаҡ тейешле перронды эҙләп тимер юлдары буйлап йүгерҙе. Тап шул өмөт Ростов-на-Дону вокзалында күҙҙәре менән генә ишек төбөндә юлсыларҙы һағалап торған таксистарҙы эҙләне: теге яҡҡа Мариуполдән ары автобустар йөрөмәй ҙә.
Сөнки – мөхәббәт. Унһыҙ был тормошта бер мәғәнә лә ҡалмаясаҡ. Һәм шул мөхәббәт мине артабан юл тоторға әйҙәй ҙә инде. “Бәлки, барыһы ла бушҡалыр?” тип шикләнә ҡалһам да. Әлбиттә, бушҡа булмаясаҡ. Мөхәббәт булғанда, бер нәмә лә юҡҡа түгел...
— Мин ул яҡтарҙы биш бармағым кеүек беләм, - ти Валерий исемле таксист ағай, биштәрҙәрҙе багажникка урынлаштырып, - егеттәргә буйы менән әйберҙәр ташыйым.
Ҡаланан сығыу яғына ҡуҙғалабыҙ. Мин һаман ышанмайым. Һаман анау йәки анау юл сатында беҙҙе осраштырмаҫҡа хәйләкәр йылмайып, берәй сәбәп көтә, төҫлө. Ғөмүмән, сәфәр сыҡҡан һайын мин зиһенемә ниндәй ҙә булһа аҡыл туплайым. Был юлы сәйәхәттәрҙең беҙҙе мәлен һәм миҙгелен тойоп йәшәргә, ошонда уҡ, ошо минутты тойорға өйрәтеүенә инандым. Бөгөн дә барлыҡ шиктәремде алып ташлап, тәҙрәгә текәләм.
— Хәҙер Самбек бейеклектәре буласаҡ, - ти таксист, - һулға ҡарағыҙ.
Ростов менән Таганрог араһында урынлашҡан был һәйкәл Бөйөк Ватан һуғышындағы совет һалдаттарының батырлығы хаҡында һөйләй. Янынан кеше өҙөлмәй булһа кәрәк. Ике ҡаланы айырған, әле беҙ елеп кенә уҙған 70 саҡрымды совет ғәскәрҙәре ярты йылдан ашыу үтә – 1943 йылдың 14 февралендә Ростов ҡалаһын азат итәләр, 30 август Таганрогты һәм бар Ростов өлкәһен фашистар ҡоллоғонан ҡотҡаралар. Яҡынса 800 яугир ятып ҡала Самбек бейеклеген генә алғансы Дон далалары ҡосағында, әллә күпмеләре яралана әле. Уларҙың батырлыҡтарына, Тыуған илгә тоғролоҡтарына өнһөҙ шаһит булып, бында хәҙер таштан эшләнгән һалдат һындары ҡалҡҡан.
Валерийҙың һөйләр хәбәрҙәре күп. Ҡайһылай был яҡта халыҡ аралашыусан, тип уйлап ҡуям. Ошо көндәрҙә генә МХО биләмәһендә йөрөп һалдаттарға гуманитар ярҙам тапшырып ҡайтҡан да, 3-сөлә уҡыған ҡыҙының класында 9 майға әҙерлекте ойошторорға керешкән. Телефонын алып ваҡыт-ваҡыт башҡа ата-әсәләргә күрһәтмәләр ҙә бирә. Йәшәү гөрләй, барыһын да үҙ өйөрөлтмәгендә алға илтә. Шул өйөрөлтмәктең шауы, беҙ ҡасандыр ике илде айырған, хәҙер инде контроль-үткәреү пункты урынлашҡан сиккә яҡынлашҡас, бер аҙ тымып ҡалғандай булды.
— Бөттө “оло ер”, - ти Валерий, - беҙ шулай йөрөтәбеҙ. Хәҙер теге яҡ башлана.
Тикшереүҙе үтеп, күп тә бармай, диңгеҙ ярында ятҡан, махсус хәрби операцияның тәүге көндәрендә яңылыҡтар таҫмаһынан бик йыш ишетелгән Мариуполь ҡалаһына барып инәбеҙ.
Ҡасандыр сынъяһау булып ултырған, хәҙер үҙҙәренән емеректәр генә ҡалған һәр йортҡа күҙ ташлайым. Журналист асыл “сығар телефоныңды, төшөр” ти, ә ғәмәлдә, ҡарап ҡына барғы килә. Ҡыҙыҡһыныу юҡ, әсе һағыш ҡына бар. Кемдәрҙер ғүмер буйы төҙөгән, йыйған донъялар. Мәңге алға ашыҡҡан ваҡыт сабып килгән дә, тап ошонда туҡтап ҡалған кеүек. Артабан Азовсталь заводының харабалары теҙелеп китә, һәм... ҡала ҡапыл икенсе төҫ ала. Яңы таш өйҙәр, ҡайһыларын төҙөп йөрөйҙәр, яңыртылған ҡорам, матур биҙәкле биналар. Күп ерҙә Рәсәй флагы күренә.
— Бик сәйер “оккупанттар” булып сыҡты беҙҙекеләр, ҡаланы өр-яңынан төҙөкләндереп яталар, - ти Валерий, көлөмһөрәп.
Ҡала уртаһында фонтан, янында балалар юрғалай. Тыныслыҡҡа арналған майҙанда аҡ күгәрсен һындары зәңгәр күккә талпына. Беҙҙе барыбыҙҙың да аҡтан-аҡ өмөттәреме ни... Ары Мариуполдән сығып китер ерҙә ҙур, яңы һаулыҡ һаҡлау комплексы күренә. Яңы тормош. Яңы һулыш. Яңы тарих. Шунда ғына алғы тәҙрәнән һоро таҫма булып һуҙылған юлға иғтибар итәм. Тәгәрмәстәр асфальтҡа ла теймәгәндәй, уныһы шып-шыма, бик дан бит. Яңы Рәсәй халҡы өсөн ҡыуаныс тойғоһо ялмап ала.
Йөрәк тағы ла бер сәбәп арҡаһында бәйге атылай сығынсылай, уны ауыҙлыҡларға була, тәҙрә артындағы бер-береһен алмаштырған ялан-урмандарға текәләм. Осраған һәр блокпост миңә ярты йыл буйы күрмәгән, туйыбыҙҙан һуң бер аҙна буламы, юҡмы, кире хәрби хеҙмәтен үтәргә киткән һөйгәнемде яҡынайта. Ул да унда үҙенә урын тапмай, ахыры, бәйләнеш килеп сыҡҡан ерҙә ҡайҙа барыуыбыҙҙы һорап яҙа.
Барып етер алдынан һуңғы боролош. Эстә ни тиклем тойғолар ҡайнай, тыштан шул тиклем тыныс ҡалам. Тик теүәл бер йыл элек (хатта көнө лә тура килә!) бер ай аймылышыуҙан һуң уны һуғыш яланына оҙатырҙан алда Мәскәү аэропортында көтөп тороуым иҫкә төшә. Домодедовоға һыймай бер мөйөштән икенсе мөйөшкә кәләп һуғам, таблоидтарға ҡарап бер илағы, бер көлгө килә.
— Приземление! - тип ҡысҡырып уҡыйым экрандағы яҙманы, үҙем дә һиҙмәҫтән. Башҡа көтөп тороусылар миңә әйләнеп ҡарап йылмайған була.
Был юлы инде йөрәк алҡымыма килеп тығылған, үҙем тыныс ҡына ултыра бирәм.
Туҡтайбыҙ. Мине бер ҙә тыңламаған аяҡтарымда саҡ баҫып, машинанан сығам. Ер күсәре кире үҙ урынына шыла, ел дә кәрәк яҡтан иҫә, йылғалар, кире яҡҡа аҡҡан еренән, үҙ юлдарына борола. Алғы һыҙыҡтан ҡырҡ саҡрым тирәһе алыҫлыҡта тороуыма ҡарамаҫтан, был донъялағы иң хәүефһеҙ, иң танһыҡ һәм йылы ҡосаҡҡа сумам...

Дауамы бар...

Автор:Айгөл Йәмилева-Манапова
Читайте нас: