07:52 (UTC+5), 02 Февраля 2026

Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Владислав Бочаровтың батырлығы тураһында иҫкә төшөрҙө

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ»
Эдуард Ҡусҡарбәков

Белореттан гвардия капитаны Владислав Бочаров – герой, ул ғүмерен бушҡа бирмәне. Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы ошо турала белдерҙе.

«Владиславҡа 27 йәш ине, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул һәләк булды. МХО-ла ул тәүге көндәрҙән тиерлек ҡатнашты. Уның наградалар ҡағыҙын уҡып сыҡтым. Батыр кеше. Мәктәпте отличие менән тамамлаған. Рязань юғары десант училищеһына уҡырға ингән. Ошондай егеттәрҙең арабыҙҙан китеүе бик йәл. Күп эштәр башҡара алыр ине», – тине Радий Хәбиров.

Ул шулай уҡ МХО-ла һәләк булған яугирҙәр сержант Фәрит Ғәбделбаянов, ефрейтор Руслан Юлдашев, рядовойҙар Сергей Медведев һәм Шамил Тимербаевтың ғаиләләренә Батырлыҡ ордендары тапшырыуҙары тураһында әйтте.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 27 ғинуарҙа Өфөлә Радий Хәбиров һәм Балтик флоты командующийы, адмирал Сергей Липилин Владислав Бочаровтың ата-әсәһенә Рәсәй Геройы йондоҙон тапшырҙы. Рәсәй Президентының 2025 йылдың 24 декабрендәге указы менән гвардия капитаны Бочаров Владислав Алексеевичҡа үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде. 

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-02-02/radiy-habirov-napomnil-o-podvige-geroya-rossii-vladislava-bocharova-4560500

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика