27 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Балтик флоты командующийы, адмирал Сергей Липилин Владислав Бочаровтың ата-әсәһенә Рәсәй Геройы йондоҙон тапшырҙы. Рәсәй Президентының 2025 йылдың 24 декабрендәге указы менән гвардия капитаны Бочаров Владислав Алексеевичҡа үлгәндән һуң Рәсәй Федерацияһы Геройы исеме бирелде.
«Бөгөн беҙ махсус миссияны үтәү – һәләк булған геройҙарыбыҙҙың ата-әсәләренә һәм тормош иптәштәренә дәүләт наградаларын тапшырыу өсөн йыйылдыҡ. Уларҙың ҡаһарманлығы батырлыҡ, антҡа һәм Ватанға тоғролоҡ символына әүерелде.
Рәсәй Хәрби-Диңгеҙ флотының Балтик флоты командующийы, адмирал Сергей Владимирович Липилин бөгөн беҙҙең менән. Хөрмәтле Сергей Владимирович, ошо мөһим миссияныны үтәүҙә ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Балтик флотында күп яҡташтарыбыҙ хеҙмәт итә. «Башҡортостан» кәмәгә ҡаршы бәләкәй карап хәрби сафта торҙо. Хәҙер Рәсәйҙең диңгеҙ сиктәрен «Өфө» дизель-электр һыу аҫты кәмәһе һаҡлай.
Бында юнармеецтарҙы, шайморатовсыларҙы, кадеттарҙы күрәм. Һеҙҙең алда үҙ юлығыҙҙы һайлау бурысы тора. Ул ниндәй генә булмаһын, һеҙҙең тиңләшерлек өлгө бар. Һеҙҙең алда – намыҫ, бурыс һәм батырлыҡтың иң юғары планкаһы.
Яҡташыбыҙ, хәрби офицер Владислав Бочаров үҙ ғүмере менән ошондай планка ҡуйҙы. Буласаҡ Герой беҙҙең арала үҫкән. Белореттың 8-се мәктәбенең алтын миҙалы. Рязандә легендар һауа-десант училищеһын тик яҡшы билдәләренә генә тамамлаған. Рота командиры урынбаҫары.
Ул һәр саҡ беренсе, иң яҡшыһы булырға ынтылды. Иң ҡатмарлы, хәүефле урында булырға. Үҙенең батырлыҡтары өсөн гвардия капитаны Бочаров Батырлыҡ ордены, «Батырлыҡ өсөн», Ушаков миҙалдары менән бүләкләнгән. Бер нисә тапҡыр яраланған полкташтарын ҡотҡарған.
Ул үҙенең яугирҙәре өсөн ысын өлгө булды. Ә Рәсәй Федерацияһы Геройы Владислав Алексеевич Бочаров – йәштәребеҙ, тотош республика өсөн өлгө. Бөгөн беҙ тағы ла дүрт ир-егеттең яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ. Бына уларҙың исемдәре:
- ефрейтор Юлдашев Руслан Иршат улы;
- сержант Ғәбделбаянов Фәрит Фәғит улы;
- рядовой Медведев Сергей Викторович;
- рядовой Тимербаев Шамил Марат улы.
Уларҙың барыһы ла Батырлыҡ орденына лайыҡ булды. Бөгөн беҙ ошо юғары награданы геройҙарыбыҙҙың туғандарына һәм яҡындарына тапшырабыҙ. Республиканың лайыҡлы улдары хаҡында иҫтәлек мәңге йәшәһен өсөн барыһын да эшләрбеҙ», – тине Радий Хәбиров.
Балтик флоты командующийы, адмирал Сергей Липилин билдәләүенсә, бөгөн беҙ илебеҙҙең ысын патриоттары, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусылар алдында гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәйбеҙ.