Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусылар муниципаль хеҙмәткә йәлеп ителә башлай. Дәүләт Йыйылышы депутаттары республика ҡануниәтенә тейешле үҙгәрештәр индерергә әҙерләнә.
Башҡортостан парламенты спикеры Константин Толкачев билдәләүенсә, закон проекты муниципаль хеҙмәттең айырым вазифалары өсөн белемгә, һөнәри тәжрибәгә һәм эш стажына ҡарата ҡуйылған талаптарҙы йомшарта.
«Законды ҡабул итеү урындағы үҙидара органдарының кадрҙар составын көсәйтергә мөмкинлек бирәсәк, сөнки муниципаль хеҙмәткә инеү өсөн конкурста ҡатнашыусылар даирәһен киңәйтәсәк, — тине Константин Толкачев. — Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ҙа көсөн һынап ҡарарға мөмкин. Улар муниципаль хеҙмәткәр өсөн мөһим сифаттарҙы ғәмәлдә күрһәтте: яуаплылыҡ, дисциплина, командала эшләү, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү һәләте. Бындай кадрҙар муниципалитеттар эшенә яңы һулыш өрөргә һәм дәүләт менән йәмғиәт араһындағы бәйләнеште нығытырға һәләтле. Уларҙың тәжрибәһе республикаға кәрәк».
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттарының МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә торлаҡ алырға ярҙам өсөн закон әҙерләүе тураһында хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.