07:08 (UTC+5), 09 Сентября 2025

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре торлаҡ менән тәьмин ителә башлай

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары МХО яугирҙәренең ғаиләләренә торлаҡ алырға ярҙам итеү өсөн закон әҙерләй.

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков
Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостан парламенты рәйесе Константин Толкачев билдәләүенсә, депутаттар «Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында» законға үҙгәрештәр индерергә йыйына.

«Беҙ ҡайһы бер осраҡтарҙа торлаҡ шарттарын яҡшыртыу хоҡуғынан файҙаланыуға ҡамасаулаған административ ҡаршылыҡтарҙы бөтөрөргә теләйбеҙ. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә ҡайһы бер түләүҙәр ғаиләнең йән башына уртаса килемен иҫәпләгәндә иҫәпкә алына. Шуға күрә социаль ҡуртым килешеүе буйынса торлаҡ алырға хоҡуҡлы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр аҙ тәьмин ителгән тип иҫәпләнмәй һәм бындай мөмкинлектән мәхрүм ителә. Закон проекты ғаиләнең матди статусын асыҡлағанда иҫәпкә алынмаған килемдәр исемлеген билдәләргә тәҡдим итә», — тип һөйләне Константин Толкачев.

Атап әйткәндә, мобилизация йәки контракт буйынса хәрби хеҙмәт үткән өсөн алынған түләүҙәр, яугирҙе Рәсәйҙең дәүләт наградаһы, шул иҫәптән Батырлыҡ ордены менән бүләкләгәндә бер тапҡыр бирелә торған аҡса килемдәр исемлегенә инмәй. Шулай уҡ юридик шәхестәрҙән бүләк рәүешендә алынған килем, юридик һәм физик шәхестәрҙән хәйриә ярҙамы иҫәпкә алынмай. 

Депутаттар әлеге закон проектын сентябрь аҙағында парламенттың пленар ултырышында беренсе уҡыуҙа ҡарарға әҙерләнә. 

Бынан алдараҡ Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн проект ғәмәлгә ашырыла. 

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-09-09/v-bashkirii-budut-obespechivat-zhiliem-semey-uchastnikov-svo-4380157

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика