

«Башҡортостан» полкы яугирҙәре блиндажда мәсет төҙөгән. Алғы һыҙыҡтағы мәсет тураһында видеояҙма «Башҡорт батальоны» телеграм-каналына һалынған.
«МХО-ла доғалар һәм ышаныуһыҙ мөмкин түгел, тиҙәр егеттәр. Улар өсөн ошо бәләкәй генә йәшенеү урыны тыныслыҡ, хәүефһеҙлек һәм Хоҙайға яҡыныраҡ булыу тигәнде аңлата», — тип хәбәр итә «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы.
Видеола мәсетте күрһәткән хәрби әйтеүенсә, фронтта Аллаһҡа ышанмаған яугирҙәр бик һирәк осрай.
«Бер нисә ай элек беҙ ерҙе ҡаҙып, мәсет төҙөнөк. Яугирҙәр килеп, намаҙ уҡыйҙар. Яңыраҡ бында мосолмандарҙың изге Ураҙа байрамы үтте», — тип һөйләне ул.
Бынан алдараҡ «Башинформ» Башҡортостандың дин әһелдәре тураһында фильм киң прокатка сыҡты тип хәбәр иткәйне.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.