

Бөгөн Рәсәйҙә МХО яугирҙәренең рухи остаздары Хәмзә хәҙрәт һәм отец Виктор тураһында «Һинең юлдарың» документаль кинопроекты күрһәтелә башлай. Фильмдың беренсе ике серияһын «ВКонтакте» социаль селтәрендә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды төркөмөндә ҡарарға мөмкин.
Дин әһелдәре МХО яугирҙәренә нисек ярҙам итеүҙәре хаҡында һөйләй, ғаиләләре менән таныштыра. Фильмда улар махсус операция ветерандары менән дә осраша. Яҡташтарыбыҙҙы актер Илья Глинников оҙатып йөрөй.
«Өфөлә ике дуҫ, ике дин әһеле — отец Виктор һәм Хәмзә хәҙрәт бар. Улар төрлөсә доға ҡыла. Әммә был уларға машинаға ултырып, алғы һыҙыҡҡа яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә юлланырға ҡамасауламай. Мин хәрбиҙәр янына бына ошо юлға сығыу һәм үҙемде күптән борсоған һорауҙарға яуап табыу өсөн килдем», — ти Илья Глинников фильмдың трейлерында.
Юлда улар төрлө ҡалаларҙа туҡтай, төрлө дини ойошма вәкилдәре менән осраша, үҙ фекерҙәре һәм булған хәлдәр менән уртаҡлаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Һинең юлдарың» фильмын тәүгеләрҙән булып Мәскәү халҡы һәм баш ҡала ҡунаҡтары ҡараны. Фильм февраль айында «Рәсәй» милли үҙәгендә күрһәтелде.
«Был ысын илһөйәрлек, диндарҙарҙың дуҫлығы һәм батырлығы тураһында уйлап сығарылмаған тарих. Алғы һыҙыҡта һәм тылда, көн һайын улар рухи ҡаһарманлыҡ күрһәтә, еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам итә», — тип яҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
12+
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.