
24 декабрҙә Өфөлә илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведев, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Медицина реабилитацияһы һәм дауалау үҙәгендә булды. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар дауалана һәм реабилитация үтә. Дмитрий Медведев МХО-ла ҡатнашыусыларға өс «Батырлыҡ өсөн» миҙалы, ике 2-се дәрәжә «Ҡыйыулыҡ өсөн» миҙалы һәм Жуков миҙалы тапшырҙы. Яугирҙәр менән аралашҡан саҡта уларға хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм уңышлы реабилитация үтеүҙәрен теләне.
«Тыуған илдең саҡырыуын ҡабул итеп, яуҙа үҙ бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәгәнегеҙ өсөн ҙур рәхмәт», — тине Дмитрий Медведев.
Именлек советы рәйесе урынбаҫары госпиталдең эше менән дә танышты, уға хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларға күрһәтелгән махсус медицина ярҙамының төрҙәрен ҡараны.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.