Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Декабрь 2024, 14:43

Өфөгә Рәсәйҙең Именлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев килде

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

24 декабрҙә Өфөгә илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары, «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведев килде. Ҡала аэропортында уны Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды.

Республиканың баш ҡалаһында илдең Именлек советы рәйесе урынбаҫары бер нисә социаль объектта була, шулай уҡ республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын ғәмәлгә ашырыу менән таныша.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2024-12-24/v-ufu-pribyl-zamestitel-predsedatelya-sovbeza-rf-dmitriy-medvedev-4065284

Автор: Азат Ғиззәтуллин
Читайте нас