

Иглиндән апалы-һеңлеле Бәлхийәровалар Ҡаҙағстанда дүрт миҙал яуланы. Спортсылар «JAUJUREK — мың бала» традицион уҡтан атыу буйынса асыҡ турнирҙа уңышлы сығыш яһаны, тип хәбәр итте Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова.
Динара Бәлхийәрова «Жамба» дисциплинаһында – беренсе, ә «Азия Ордаһы» дисциплинаһында икенсе урынды алды.
Уның һеңлеһе Самира Бәлхийәрова «Ҡалҡан» дисциплинаһында – беренсе, «Пута» дисциплинаһында өсөнсө булды.
Турнирҙа Ауырғазы районынан Батырхан Ғайсин да Рәсәй намыҫын яҡланы.


© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.