Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.01
+0.09
90.29
+1.23
62.51
+0.52
-21 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
23 Ғинуар , 17:33

Ауыр атлеттар халыҡ-ара турнирҙарҙа Рәсәй флагы һәм гимны менән сығыш яһай

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив

Халыҡ-ара ауыр атлетика федерацияһы Рәсәйҙең 23 йәшкә тиклемге ауыр атлеттарына халыҡ-ара ярыштарҙа ил флагы һәм гимны менән ҡатнашырға рөхсәт бирҙе. Был хаҡта спорт министры Михаил Дегтярев хәбәр итте.

«Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәштек: 67 халыҡ-ара федерация Рәсәй атлеттарына рөхсәт бирә. 2025 йылда донъя һәм Европа чемпионаттарында 112 миҙал яуланыҡ. Быйыл олимпия спорт төрҙәре буйынса 60 донъя һәм Европа чемпионаттары планлаштырыла», — тип билдәләне Дегтярев.

Италияла Олимпия уйындарында ил исеменән 10 спортсы сығыш яһай, тип белдерҙе Дегтярев.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2026-01-23/tyazheloatlety-vystupyat-na-mezhdunarodnyh-turnirah-s-flagom-i-gimnom-rossii-4548402

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас