Өфө боксеры Артур Собханғолов Верджил Виторға (Филлипин) ҡаршы IBF Asia билбауы өсөн көрәшә. Алыш 13 февралдә Мәскәүҙә була, тип хәбәр итте «Башинформ»ға спортсының тренеры Мария Карабанова.
Артур Собханғолов профессиональ рингта 2021 йылдан сығыш яһай, 10 еңеү яулай. Верджил Витор иҫәбендә иһә 24 еңеү, 4 тапҡыр еңелгән. Уның WBO Oriental һәм WBC Asian Silver титулдары бар.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сентябрҙә Өфөлә «IBA.PRO 12» турнирының төп алышында Артур Собханғолов Тигран Узлянды еңде һәм еңел ауырлыҡта WBA Continental билбауын яуланы.