Өфөлә боҙҙа мотоуҙыш буйынса «Ғабдрахман Ҡадиров мемориалы» Бөтә Рәсәй ярыштары ойошторола. Орджоникидзе районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ярыштар Ғабдрахман Ҡадировтың тыуыуына 85 йыл тулыуға һәм үҙе еңеү яулаған беренсе донъя чемпионатының 60 йыллығына арнала.
Турнир 24 ғинуарҙа «Төҙөүсе» стадионында башлана. Район хакимиәтендә боҙло тресса әҙерләү, ярыштар ваҡытында сауҙа хеҙмәтләндереүен ойоштороу һәм хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.
Ғабдрахман Ҡадиров — СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, боҙҙа мотоуҙыш буйынса алты тапҡыр донъя чемпионы, Европа чемпионы.
Башинформ яҙғанса, Өфөлә легендар мотоуҙышсы Ғабдрахман Ҡадировҡа һәйкәл ҡуйыуҙары ихтимал.