Башҡортостандың Адаптив спорт төрҙәре үҙәге рәсми рәүештә Паралимпия спорт мәктәбе тип үҙгәртелде. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, илдең спорт министрлығының конкурс комиссияһы ойошмаға «Паралимпия» махсус атамаһын ҡулланыу мөмкинлеген бирҙе.
Бойороҡ 2025 йылдың 30 декабрендә көсөнә инде.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Өфөлә Башҡортостандың Адаптив спорт үҙәге булдырылды. Баш ҡаланың «Нефтсе» спорт комплексы үҙәккә тапшырылды.
Бөгөн республикала 248 меңгә яҡын инвалид йәшәй, шул иҫәптән 20 меңдән ашыу бала. Йыл һайын төбәктә тиҫтәләгән спорт саралары үткәрелә һәм паралимпия берләшмәһе әүҙем үҫешә. Башҡортостандың Стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә башлап ебәргән инвалидтарҙы реабилитациялау һәм абилитациялау системаларын яңыртыу программаһы адаптив спортты үҫтереүҙә мөһим ҡорал булып тора.