Өфө спортсыһы Эрнест Шәрәфетдинов донъяла иң яҡшы ун каратист иҫәбенә инде. 2025 йыл миҙгеле йомғаҡтары буйынса рейтингты Бөтә донъя карате федерацияһы иғлан итте.
Тәүге унау араһында Рәсәйҙән өс спортсы ғына бар, шул иҫәптән республикабыҙҙан Эрнест Шәрәфетдинов. Яҡташыбыҙ 75 килограмға тиклемге дивизионда дүртенсе урынды биләй.
Бынан алдараҡ Башинформ Өфөнән Эрнест Шәрәфетдиновтың карате буйынса дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы булыуын хәбәр иткәйне.