Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.69
0
91.21
0
60.64
-1.62
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
26 Декабрь , 12:44

Башҡортостан пауэрлифтеры Рәсәй рекорды ҡуйҙы

Башҡортостан спортсылары Екатеринбургта пауэрлифтинг буйынса Бөтә Рәсәй турнирында өс миҙал яуланы.

Башҡортостандың Спорт министрлығы / телеграм-канал
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы / телеграм-канал

Нефтекаманан пауэрлифтер Дмитрий Селянин Екатеринбургта Бөтә Рәсәй турнирында еңеүсе тип танылды. Ул 252,5 килограмлыҡ штанганы күтәреп, 74 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында юниорҙар араһында Рәсәй рекорды ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр республиканың Спорт министрлығынан.

Республика командаһының тағы ике көмөш миҙалы бар. Был миҙалдарҙы 93 килограмм ауырлыҡ категорияһында Данис Папикян һәм 120 килограмм ауырлыҡ категорияһында Иван Корепанов яуланы. Башҡортостан пауэрлифтерҙары штанга күтәреү буйынса команда иҫәбендә икенсе урынды алды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-12-25/pauerlifter-iz-bashkirii-ustanovil-rekord-rossii-4521186

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас