Белореттан тау саңғысыһы Тәнзилә Исраилова Рәсәй кубогы этабында икенсе урынды алды. Ҡыуаныслы хәбәрҙе республиканың Спорт министрлығынан хәбәр иттеләр.
Тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй кубогының өсөнсө этабы Куҫа ҡалаһында үтте. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар слалом-гигантта ярышты.
Башҡортостан спортсыһы Тәнзилә Исраилова йәнә пьедесталға күтәрелде, көмөш миҙал яуланы. Быйыл яҙ ул тау саңғыһы спорты буйынса Рәсәй кубогы финалында еңеүсе булғайны.