Өфөнән Семён Елистратов Рәсәй чемпионатында тағы бер алтын миҙал яуланы. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Санкт-Петербургта шорт-трек буйынса ил чемпионаты бара.
Әйткәндәй, Семён чемпионатта 1500 метрға йүгереүҙә еңеүсе булды. Хәҙер спортсының ҡаҙаныштары иҫәбендә - 1000 метрға йүгереүҙә алтын миҙал. Ул конькиҙа был арауыҡты 1 минут 28,057 секундта үтте.