Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.69
0
91.21
0
60.64
-1.62
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
19 Декабрь , 09:23

Башҡортостан көрәшселәре донъя беренселегендә ике алтын миҙаллы булды

Башҡортостан спортсылары Ҡазанда билбау көрәше буйынса донъя беренселегендә 12 миҙал яуланы.

Башҡортостандың Спорт министрлығы / телеграм-канал
Фото: Башҡортостандың Спорт министрлығы / телеграм-канал

Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, еңеү өсөн донъяның 25 иленән 186 спортсы, шул иҫәптән республикабыҙҙан 16 спортсы көс һынашты.

Үҙ ауырлыҡ категорияларында Динә Туйгилдина, Алеся Щербинина еңеүсе тип танылды. Анастасия Белаш, Дилара Сәмиғуллина, Дарья Щетинина, Ислам Ғимаҙиев донъя беренселегендә көмөш миҙал яуланы. Милена Ардаширова, Рената Шәймөхәмәтова, Эвелина Йомағолова, Индир Хәмиҙуллин, Айгиз Псәнчин һәм Артём Хөснөтдинов бронза наградаға лайыҡ булды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-12-18/bashkirskie-bortsy-zavoevali-dva-zolota-pervenstva-mira-4513171

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас