Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.73
0
93.56
0
61.12
-0.16
-3 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
11 Декабрь , 11:52

Башҡортостанда йыл һайын 22 тренерға 1 миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырыла

Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 57,3 миллион һум йүнәлтелә.

Башҡортостан хөкүмәте / рәсми сайт
Фото: Башҡортостан хөкүмәте / рәсми сайт

Башҡортостанда йыл һайын 22 тренерға «Ауыл тренеры» проекты сиктәрендә 1 миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырыла башлай. Был хаҡта хөкүмәт ултырышында республиканың спорт министры урынбаҫары Сергей Алопин белдерҙе.

Спорт министры урынбаҫары һүҙҙәренсә, был маҡсатҡа федераль бюджеттан 57,3 миллион һум бүленә. Йыл һайын 22 тренер-уҡытыусы бер тапҡыр бирелә торған аҡса түләнә.

«Башҡортостандың «Ауыл тренеры» проектын тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибәһе «Земство тренеры» федераль программаһы өсөн нигеҙ булды. 2026 йылдан республика ошо федераль проектҡа ҡушыла. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында «Земство тренеры» проектында ҡатнашыусылар һаны буйынса лидерҙарҙың береһе булып тора», — тип билдәләне Алопин.

Билдәле булыуынса, Башҡортостанға 2026 йылда спортты үҫтереүгә 670 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Республика шулай уҡ «Бизнес-спринт» проекты буйынса 3,9 миллиард һум йәлеп итте. Ошо аҡсаға бөгөн Октябрьскийҙа бассейн һәм Стәрлетамаҡта «Алға» физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 27 ноябрҙә Башҡортостан физик культура һәм спорт өлкәһендәге иң абруйлы наградаларҙың береһенә — Милли спорт премияһына лайыҡ булды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-12-10/v-bashkirii-ezhegodno-22-treneram-budut-vruchat-sertifikaty-na-1-mln-rubley-4501631

 

Башҡортостан хөкүмәте / рәсми сайт
Фото: Башҡортостан хөкүмәте / рәсми сайт
Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас