Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.69
0
91.21
0
60.64
-1.62
-8 °C
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Декабрь , 14:12

Радий Хәбиров Өфөнөң Көрәш һарайында сараларҙы йышыраҡ үткәрергә саҡырҙы

Башҡортостан Республикаһының оператив кәңәшмәһенән трансляция / скриншот
Фото: Башҡортостан Республикаһының оператив кәңәшмәһенән трансляция / скриншот

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Өфөнөң Көрәш һарайында сараларҙы йышыраҡ үткәрергә саҡырҙы. Уның һүҙҙәренсә, был объект килгән кешеләрҙе тәүлек әйләнәһенә ҡабул итергә һәләтле.

«Беҙ шуға иғтибар иттек: Көрәш һарайында ойошторолған саралар һәр ваҡыт күләмле булыуы менән айырылып тора. Унда бик уңайлы, сараларҙы күрһәтеү йәһәтенән дә. Быйылдан башлап «Динамо-Урал» волейбол командаһы уйындарын үткәрәбеҙ. Ошондай ҙур объект тәүлегенә 24 сәғәт эшләргә тейеш», — тигән бурыс ҡуйҙы Радий Хәбиров республиканың спорт министры Руслан Хәбибовҡа.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 декабрҙә Өфөнөң Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты тамамланды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-12-08/radiy-habirov-prizval-chasche-provodit-meropriyatiya-v-ufimskom-dvortse-borby-4497815

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас