Башҡортостандан Юлия Чумгалакова бокс буйынса алтынсы тапҡыр Рәсәй чемпионы исемен яуланы. Финал алышында ул мәрәйҙәр буйынса Силәбе өлкәһенән Екатерина Федотованы еңде.
«Тренерҙың әйткәне буйынса эшләргә тырыштым. Хәҙер арығанлыҡ тойғоһо бар. Ҡатмарлы алыш булды, дәғүәсем көслө ине, хәйер, быға ғәжәпләнәһе түгел», — тине Чумгалакова алыштан һуң.
Өфөнөң Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты бара. Башҡортостандың йыйылма командаһынан 2 спортсы финалға сыҡты. Киске сессияла яҡташыбыҙ Азалия Әминева сығыш яһай.
Бынан алдараҡ Башҡортостан тренеры Мария Карабанова боксты үҫтереү тураһында һөйләне.