Башҡортостан боксерҙары Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионатының ярымфиналына сыҡты. Республиканың спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн баш ҡаланың Көрәш һарайында турнирҙың тәүге миҙалсылары билдәләнә.
Ярыштың алтынсы көнө Юлия Чумгалакованың Ульяновск өлкәһенән Алёна Артемоваға ҡаршы алышы менән асыла. Башҡортостандан Милена Борисова Алтай крайы вәкиле Анна Аэдма менән осраша. Киске программала Азалия Әминева Краснодар крайынан Анастасия Мамай менән көс һынаша.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 29 ноябрҙә Өфөнөң Көрәш һарайында ҡатын-ҡыҙҙар араһында бокс буйынса Рәсәй чемпионаты башланды. Унда 180 спортсы ҡатнаша, Башҡортостандан иһә һигеҙ ҡыҙ.
Бынан алдараҡ яҡташыбыҙ Азалия Әминева Рәсәй чемпионатында принципиаль дәғүәсеһе хаҡында һөйләгәйне.