07:08 (UTC+5), 02 Декабря 2025

«Салауат Юлаев» буллит серияһында ЦСКА-ны еңде

Фото: «Салауат Юлаев» хоккей командаһы
Инсаф Хужабирганов

Күсмә уйындар алдынан «Салауат Юлаев»ҡа оҙайлы тәнәфестән һуң Никита Зоркин килеп ҡушылды. Ул октябрь айында ауыр йәрәхәт алғайны. Виктор Козлов тәүге звеноларҙы үҙгәртмәне, ә өсөнсөгә Максим Кузнецов ҡушылды, ә Денис Ян Артем Горшковҡа алмашҡа дүртенсе звеноға күсте.

Уйындың башы юлаевсыларҙың капитаны Григорий Паниндың һөжүмсе Максим Соркинға аяуһыҙ бәрелеүе менән иҫтә ҡалды. Соркин йәрәхәтләнеп уйынды дауам итә алманы. Әммә барыһы ла ҡағиҙәгә ярашлы ине. Ә армеецтарҙың һөжүмсеһе юлаевсы Александр Хохлачевты сәкән менән эткән өсөн штраф алып, командаһын кәмселектә ҡалдырҙы. «Салауат» хоккейсылары дәғүәсенең зонаһына уҡтай атылды. Шелдон Ремпал шайбаны һул яҡтан кинәт уң яҡҡа Жаровскийға оҙатты. Йәш юлаевсы артабан снарядты ҡапҡа янына Джек Родуолдҡа оҙатты. Ул шайбаны бер ҡағылыуҙа ҡапҡаға индерҙе — 1:0.

Икенсе осорҙа мәскәүҙәр уйынды тулыһынса үҙ ҡулына алды һәм Семён Вязовойҙың ҡапҡаһын штурмларға тотондо. Ҡыҫҡа ваҡытта ЦСКА шайбаны 10 тапҡыр ҡапҡаға ырғытты. Өфө командаһы иһә зонанан сыға алманы. Бәхеткә күрә, Вязовой ныҡлы торҙо һәм командаһын бер нисә тапҡыр голдан ҡотҡарҙы. Ярай әле, армеецтар йәнә ике минутлыҡ штраф алды. Күпселек «Салауат»ҡа тағы бер шайба килтерҙе. Был юлы Джек Родуолдтың пасынан һуң Александр Жаровский шайбаны конькиһы менән ҡапҡаға йүнәлтте. Ике период 2:0 иҫәбе менән тамамланды.

Өсөнсө осорҙа хужалар тағы ла әүҙемерәк һәм мәргәнерәк уйнай башланы. Осор башында уҡ арммецтар биш минутта ике гол индереп, иҫәпте тигеҙләне — 2:2.

Командалар төп ваҡытта ла, овертаймда ла еңеүсене асыҡлай алманы. Семен Вязовой буллит серияһында ла оҫта уйнаны һәм бер шайбаны ла ҡапҡаһына үткәрмәне. «Салауат»тың составында иһә Шелдон Ремпал гол индереп, Бөтә Рәсәй хоккей көнөнә командаһына еңеү бүләк итте.

«Салауат Юлаев» командаһы өсөнсө рәттән еңеү яулап һәм 31 уйындан һуң 29 мәрәй менән Көнсығыш конференцияһының турнир таблицаһында 7-се урынға күтәрелде.

Бынан алда «Салауат Юлаев» Астананың «Барыҫ»ын тар-мар иткәйне.

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика