06:31 (UTC+5), 28 Ноября 2025

«Салауат Юлаев» Астананың «Барыҫ»ын тар-мар итте

Көйәрмәндәр яратҡан «Салауат» ҡайтты, ниһайәт... Былтырғы уйындарҙағы кеүек юлаевсылар ҡыҙыу алыш күрһәтте һәм Астананың «Барыҫ» командаһын 7:4 иҫәбенә тар-мар итте.

Фото: Валерий Шахов
Инсаф Хужабирганов

Тәүге минуттарҙа бындай һөҙөмтә булыр, тип уйламаҫлыҡ та ине. Беренсе периодта барыҫтар оҫта уйнаны, хатта 2 минут арауығында Вязовойҙың ҡапҡаһына ике шайба сәпәне. Бәхеткә күрә, тәүге осор бөтөүгә 3 минут ҡалғас, юлаевсылар «Барыҫ»тың ике минутлыҡ штрафы менән файҙалана алды. Беренсе голды үҙ иҫәбенә Девин Броссо яҙҙы.

Икенсе осорҙа ла ҡаҙаҡ-ҡәрҙәштәр өҫтөнлөктө үҙ яғында ҡалдырмаҡсы ине. Һөжүмсе Денис Ян 2 минутҡа уйындан сығарылғандан һуң, улар өсөнсө шайбаны ҡапҡаға индерҙе – 1:3. Әммә артабан уйын көтөлмәгән боролош алды. «Салауат» һөжүм иткән ваҡытта бер-бер артлы өс ҡаҙаҡ уйынсыһы штраф боксына юлланды. Шәп мөмкинлек менән Шелдон Ремпал оҫта файҙаланды. Ул командаға ҡайтыуға бер ай үткәс, тәүге шайбаһын индереп көйәрмәндәрҙе ҡыуандырҙы. Ә бишкә өс уйынында яҡташы Джек Родуолдҡа шәп пас бирҙе һәм иҫәпте тигеҙләне – 3:3. 

Валерий ШаховВалерий Шахов
Фото: Валерий Шахов

Өсөнсө периодта өҫтөнлөк Өфө уйынсылары яғында булды. Осор башында уҡ Александр Хохлачев шайбаны ҡапҡаға оҙатып, уйында тәүге тапҡыр командаһын алға сығарҙы. Әммә «Барыҫ» тешен күрһәтеп маташты әле, был юлы уларға контратакала уңыш йылмайҙы – 4:4. 

Һис шикһеҙ, уйындың төп герой Шелдон Ремпал ине. Ҡаршы яҡтың һөжүменән бер минут үтеүгә ул Астана командаһының ҡапҡаһы янында тотош тамаша күрһәтте. Ҡеүәтле һуғыуҙан һуң шайба инмәгәс, Ремпал уны эләктереп алып ҡапҡа артынан әйләнде һәм кинәт асыҡ мөйөшкә оҙатты. Артабан Артем Пименов был миҙгелдәге тәүге голын индерҙе. Инде өмөттәре ҡалмаһа ла, барыҫтар ҡапҡасыһын алып, өҫтөнлөк алырға тырышты. Тик зонаға ингәндә үк уларҙы Девин Броссо туҡтатты һәм асыҡ ҡапҡаға шайбаны оҙатып, уйынға нөктә ҡуйҙы. 

Еңеүҙән һуң «Салауат Юлаев» туғыҙынсы урынға күтәрелде, барыҫтар иһә 10-сы урынға төштө.

Валерий ШаховВалерий Шахов
Фото: Валерий Шахов
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика