Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.46
-0.24
89.85
-0.49
62.42
+0.02
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Декабрь , 17:30

Башҡортостан спортсыһы – билбау көрәше буйынса 8-се тапҡыр донъя чемпионы

Артур Зөлҡәрнәев Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә билбау көрәше буйынса донъя чемпионатында еңеү яуланы. Был уның донъя кимәлендә һигеҙенсе тапҡыр еңеүе, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Билбау көрәше федерацияһынан.

Башҡортостандың Билбау көрәше федерацияһы / социаль селтәрҙәр
Фото: Башҡортостандың Билбау көрәше федерацияһы / социаль селтәрҙәр

Белореттан Олимпия Мәхийәнова ла донъя чемпионатында алтын миҙалға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ донъя беренселегендә дүртенсегә еңеү яуланы. 2023 йылда ғына Олимпия Ҡаҙағстанда донъя чемпионатында икенсе урынды алды.

Фуджейра ҡалаһында (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) үткән турнирҙа Башҡортостан көрәшселәре бөтәһе 8 миҙал менән бүләкләнде. Алина Пухова, Дарья Щетинина, Илфаҡ Ибәтуллин һәм Денис Ускомбаев көмөш миҙал алды. Анастасия Белаш һәм Турал Акиф улы Азимов «бронза»ға лайыҡ булды.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-12-01/sportsmen-iz-bashkirii-stal-8-kratnym-chempionom-mira-po-borbe-na-poyasah-4488843

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: