Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.29
-0.07
94.19
-0.01
62.53
-0.18
-1 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Ноябрь , 18:25

Билдәле комментатор Виктор Гусев Башҡортостанды футболистар төбәге тип атаны

видеонан скриншот Башҡортостан спорт министрлығының телеграм-каналынан
Фото:видеонан скриншот / Башҡортостан спорт министрлығының телеграм-каналынан

Билдәле комментатор Виктор Гусев «Рәсәй — спорт державаһы» халыҡ-ара спорт форумында Башҡортостанда футбол үҫешенә баһа бирҙе. Ул республиканың мөһим спорт төбәгенә әүерелеүен билдәләне.

«Башҡортостанға ҙур сәләм! Республика мөһим спорт төбәгенә әйләнә бара, хатта мин уны футбол төбәге тип атар инем», — тине Виктор Гусев.

«Башинформ» быға тиклем Һамарҙа үткән форумда Радий Хәбировтың Башҡортостандың спорт ҡаҙаныштары менән таныштырыуы хаҡында хәбәр иткәйне.

https://www.bashinform.ru/news/sport/2025-11-06/izvestnyy-kommentator-viktor-gusev-nazval-bashkiriyu-futbolnym-regionom-4455826

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: