
Өфөнән яҡташтарыбыҙ Бангкокта үткән джиу-джитсу буйынса донъя чемпионатында бронза миҙалдар яуланы. Был хаҡта БР спорт министрлығында хәбәр иттеләр.
Ведомство хәбәр итеүенсә, БР Джиу-джитсу федерацияһы етәксеһе Булат Атласов 69 килограмм категорияһында «неваза» дисциплинаһында бронза миҙалға лайыҡ булған. Александра Атласова 63 килограмм категорияһында өсөнсө урын яулаған.
Бынан алда «Башинформ» Азалия Әминеваның бокс буйынса Европа беренселегендә финалға сығы хаҡында яҙғайны.